Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 16:25 - Изге Яҙма

25 Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Әлғазар михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. –

Ver Capítulo Copiar

Инжил

25 Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Лазарь михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. –

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

25 Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Әлғазар михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. –

Ver Capítulo Copiar




Лукас 16:25
25 Referencias Cruzadas  

Байҙар, һеҙгә ҡайғы, сөнки етерлек йыуандығыҙ.


Донъяға һәм унда булған нәмәләргә күңел бирмәгеҙ. Донъяны яратҡан кешенең күңелендә Атаны яратыу юҡ.


Күктәрҙә күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙ яуҙырҙы.


Әгәр ҙә аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике аяҡлы булып йәһәннәмгә ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа аҡһаҡ килеш инеүең хәйерлерәк.


сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай.


Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.


унда шәкерттәрҙең рухын күтәрҙеләр, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инер өсөн күп михнәттәр аша үтергә тура киләсәк, – тине улар.


Гонаһтан ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт алыуға ҡарағанда Алла халҡы менән бергә ғазап кисереүҙе өҫтөнөрәк ҡуя.


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараһа, алыҫта Ибраһимды, уның эргәһендә Әлғазарҙы күргән.


Ә уның ҡапҡаһы төбөндә бөтә тәне һыҙлауыҡтар менән ҡапланған Әлғазар исемле фәҡир ятҡан.


Шул уҡ төндө Халдей батшаһы Белшассар үлтерелде.


Афәтле, ҡаңғырып йөрөгән көндәрендә Әүәлге байлыҡ-зиннәтен иҫкә ала Йәрүсәлим. Халҡы дошман ҡулына эләккәс, Уға ярҙам итеүсе булманы. Уны күрә алмағандар тамаша ҡылып, Еңелеүенән көлдөләр генә.


Тауҙарҙағы бар ҡоштарҙы танып беләм, Ҡырҙағы йән эйәләре – Минең ҡарамаҡта.


Әммә өйҙәренә бәрәкәт биргән Ул ине. Шуға ла яуыздарҙың ниәте алыҫ торһон минән!


Изге торлағыңа ут төрттөләр, Исемең төйәкләнгән урынды Ергә ҡолатып нәжесләнеләр.


– Әфәндебеҙ, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйткәне иҫебеҙгә төштө, – тинеләр.


Өҫтәүенә, беҙҙең менән һеҙҙең арала ҙур упҡын ята, шунлыҡтан бынан һеҙҙең яҡҡа сығырға теләүсе лә, ул яҡтан был яҡҡа сығырға теләүсе лә үтә алмаҫ».


Кәрзиндәрең дә, икмәк күнәктәрең дә ләғнәтле булыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios