Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 16:15 - Изге Яҙма

15 Ғайса уларға былай тине: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙе белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнгес.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

15 Ғайса уларға былай тигән: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнес.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Ғайса уларға былай тине: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙе белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнгес.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 16:15
40 Referencias Cruzadas  

Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине.


Кеше барған юлын дөрөҫ тип һанай, ләкин Раббы йөрәктәрҙе Үҙе үлсәй.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.


Барса тәкәбберҙәр Раббыға ерәнгес, улар аслан язаһыҙ ҡалмаҫ.


Кешенең күңелендә ни ятҡанын белеп торған Алла, беҙгә биргән кеүек башҡаларға ла Изге Рух биреп, уларҙы ҡабул итеүен күрһәтте.


ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холоҡтоң һулымаҫ эске матурлығында булһын. Алла алдында бына шул ҡиммәтле.


Әммә Раббы Ғайса уға былай тине: – Бына һеҙ, фарисейҙар, һауыт-һабаның тышын таҙартаһығыҙ, ә эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы.


Беләм, Аллам, һин йөрәктәрҙе һынайһың һәм ихласлыҡты яратаһың; мин быларҙың бөтәһен дә ихлас күңелдән тапшырҙым. Бына бөгөн күрәм, бында йыйылған халҡың да Һиңә шатланып бүләктәр килтерә.


Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә минең яҡыным кем? – тип һораны.


Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


Ҡанун талаптарын үтәү менән Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит, ә ҡанун аша гонаһтың нимә икәнлеген төшөнәбеҙ.


Кемдең дә булһа берәйһе тураһында һөйләүенә Уның ихтыяжы булманы. Кеше күңелендә ни барлығын Ул Үҙе белә ине.


Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта.


Ә башлыҡ Уға: – Мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп киләм, – тине.


«Тоғромон», – тип күптәр һөрән һала, ләкин таянырлыҡ иптәш табырһыңмы?


Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә булмағаным өсөн рәхмәтлемен.


Халыҡтарға хөкөм ҡыла Раббы. Раббы, минең дә дәғүәмде ҡара; Хаҡлығыма, паклығыма күрә ҡарар сығар.


Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа. Һәр береһенә ҡылғандарына күрә бир, сөнки әҙәм балаларының күңелендәген бары тик Һин генә беләһең.


Ул хәрәм аҡсаға ер һатып алды, әммә, шул ерҙә йығылып, эсе ярылды һәм бөтә эске ағзалары тышҡа ағып сыҡты.


Улар тол ҡатындарҙың йорттарын үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙарҙы айырыуса ҡаты хөкөм көтә.


Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙҙәренең кешеләрен ебәрҙе. Былары иһә, үҙҙәрен эскерһеҙ итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, идарасы ҡулына хөкөмгә тотоп бирергә ниәтләне.


Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Доға ҡылғанда ике йөҙлө әҙәмдәр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта боғаҙ ярып ҡысҡырма. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Ана, тәкәбберҙәрҙе бәхетле тип һанайбыҙ. Золом ҡылыусылар уңыш ҡаҙана, Улар Алланы һынап торһа ла, Зыян, ҡаза күрмәй йәшәй бирә“, – тинегеҙ һеҙ».


Бур осраһа, дуҫлашаһың, Зинасыларға юлдаш булаһың.


Мине үгеҙ ите ашап, кәзә ҡаны эсәлер тиһеңме?


һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петрус Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» – тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. –


Нигеҙҙәр емерелгәндә Иманлылар нимә эшләй ала?» – тип әйтәһегеҙ.


Үҙҙәренең тәҡүәлегенә ышанып, башҡаларға түбәнһетеп ҡараған ҡайһы бер кешеләргә Ғайса ошондай ҡисса һөйләне:


Һеҙгә әйтәм, фарисей түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән. Сөнки үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.


– Раббыбыҙ! Һиңә һәр береһенең күңелендә ни ятҡаны мәғлүм. Йәһүҙә үҙенә насип урынға китте инде. Ул ҡалдырған вазифаны һәм илселекте ҡабул итергә Һин был икәүҙең ҡайһыһын һайланың, шуны күрһәт, – тип доға ҡылдылар.


Йөрәктәрҙе үтә күреүсе Алла өсөн Рухтың уйҙары асыҡ, сөнки Рух, Алла ихтыяры буйынса, Уның изге халҡы өсөн Уға ялына.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios