Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 15:4 - Изге Яҙма

4 – Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһен юғалтты, ти. Ул, туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалтҡан бер һарығын тапҡансы эҙләмәҫме ни?

Ver Capítulo Copiar

Инжил

4 – Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе юғалды ти. Ул туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалған берәүһен тапҡансы эҙләмәҫме ни?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 – Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһен юғалтты, ти. Ул, туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалтҡан бер һарығын тапҡансы эҙләмәҫме ни?

Ver Capítulo Copiar




Лукас 15:4
19 Referencias Cruzadas  

Юғалғанын табырмын, аҙашҡанын ҡайтарырмын, яралыһының йәрәхәтен бәйләрмен, хәлһеҙенә көс бирермен. Әммә һимереп шашҡандарын юҡ итәсәкмен. Мин ҡуйҙарымды ғәҙел көтәсәкмен».


Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға тип килде.


Һеҙ һарыҡ һымаҡ аҙашып йөрөнөгөҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.


– Әгәр берәйегеҙҙең берҙән-бер һарығы булһа, шул һарыҡ шәмбе көндө соҡорға төшөп китһә, ул уны сығармаҫ инеме? – тине Ғайса. –


Минең ҡуйҙарым, Минең көтөүлегемдең һарыҡтары – һеҙ кешеләрһегеҙ, ә Мин – һеҙҙең Аллағыҙ», – тип белдерә Раббы Хаким.


Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.


Халҡым Минең аҙашҡан һарыҡ кеүек ине. Көтөүселәре уны юлдан яҙҙырҙы, Тауҙар араһында таратып ебәрҙе. Улар тауҙан ҡалҡыулыҡҡа китте, Йәшәгән урындарын онотто.


Раббы Ғайса: – Ике йөҙлөләр! Һеҙҙең ҡайһығыҙ шәмбе көнө үгеҙен йәки ишәген утлыҡсанан айырып, һыу эсерергә алып бармай?


«Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Көтөүсе булмағанлыҡтан, ҡуйҙарым табышҡа әйләнде, һарыҡтарым ҡырағай януарҙарға емтек булды. Көтөүселәрем ҡуйҙарымды ҡараманы, бары үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртты».


Шуға күрә, эй башҡаларҙы хөкөм иткән әҙәм, кем генә булһаң да, һиңә аҡлау юҡ. Башҡаларҙы хөкөм итеп, һин үҙеңде лә хөкөм итәһең. Сөнки һин, эй хөкөм итеүсе, үҙең дә шуны уҡ ҡылаһың.


Таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа, Бинйәмин ерендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында көтөүселәр йәнә һарыҡтарын һанар, – ти Раббы.


Хәлһеҙҙәренә көс бирмәйһегеҙ, сирлеләрен дауаламайһығыҙ, йәрәхәтлеләренең яраһын бәйләмәйһегеҙ. Аҙашҡанын тапмайһығыҙ, юғалғанын эҙләмәйһегеҙ. Киреһенсә, уларға көс һәм аяуһыҙлыҡ менән идара итәһегеҙ.


Ғайса уларға ошо ҡиссаны һөйләне:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios