Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 15:20 - Изге Яҙма

20 Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ атаһы уны күреп ҡалған, бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

20 Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ уны атаһы күреп ҡалған һәм бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ атаһы уны күреп ҡалған, бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 15:20
22 Referencias Cruzadas  

Ә Сион тураһында былай әйтелер: «Шул да унда тыуған, был да, Юғарыларҙан Юғары Үҙе Уны ҡаҡшамаҫ итәлер».


Ҡасандыр Алланан алыҫ булһағыҙ ҙа, хәҙер Ғайса Мәсихтә, Уның ҡаны аша Аллаға яҡынайҙығыҙ.


Раббы иһә: «Әсә имеҙгән сабыйын онотамы һуң? – тине. – Йөрәк түренән сыҡҡан балаһын йәлләмәйме? Хатта әсә үҙ балаһын онота ҡалһа ла, Мин һине бер ваҡытта ла онотмам.


Ғаяз иһә йүгереп уның ҡаршыһына килде лә ҡосаҡлап алды, күкрәгенә ҡыҫып үбә башланы. Икеһе лә илап ебәрҙеләр.


Мәсих килгәс, һеҙгә – Алланан алыҫ тороусыларға ла, Аллаға яҡын булғандарға ла, татыулыҡ тураһында Һөйөнөслө Хәбәр иғлан итте.


Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.


Мин уларҙың юлын күреп торҙом, Тик шулай ҙа был халыҡты дауалармын, Үҙем етәкләп барырмын, йыуатырмын. Ҡайғылыларҙың теленә


Йософ арбаһын егергә ҡушты ла Гошенға атаһын ҡаршыларға китте. Атаһын күреү менән, атлығып уның муйынына барып һарылды һәм ҡосағында бик оҙаҡ иланы.


Ул ҡустыһы Бинйәминде ҡосаҡлап алды ла илап ебәрҙе, Бинйәмин дә уны ҡосаҡлап иланы.


Бөтөнөһө илап, Паулусты ҡосаҡлап үпте.


Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәгән барыһына ла ҡағыла, – тип яуап бирҙе Петрус.


Нисек Мин һине ташлайым, Әфраим? Нисек Мин һинән баш тартайым, Исраил? Адмаға ҡаршы ҡылғанды нисек һиңә эшләйем? Нисек һине Севоимдай итәйем? Йөрәгем тулғана, Ҡыҙғанам Мин һеҙҙе.


Йоав барып Авшаломдың әйткәндәрен батшаға һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша уны үҙ янына саҡыртып алды. Авшалом, батша янына инеп, йөҙө менән ергә ҡапланды һәм батша уны ҡосаҡлап үпте.


Инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен, мине ялсы итеп эшкә ал“, – тип әйтәйем», – тип уйлаған.


Улы уға: «Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым: инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен», – тигән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios