Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 13:28 - Изге Яҙма

28 Һеҙ Алла Батшалығында Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе күрерһегеҙ, ә үҙегеҙ унан ҡыуылып сығып, иларһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырҙатырһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

28 Һеҙ Ибраһимдың, Исхаҡтың, Яҡубтың һәм бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең Алла Батшалығында булыуын, ә үҙегеҙҙең унан ҡыуып сығарылыуығыҙҙы күреп, һыҡтарһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырлатырһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

28 Һеҙ Алла Батшалығында Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе күрерһегеҙ, ә үҙегеҙ унан ҡыуылып сығып, иларһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырҙатырһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 13:28
15 Referencias Cruzadas  

Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡа, ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тине.


Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тигән.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Быларҙың барыһы ла Алла хөкөмөнөң ғәҙел икәнлеген күрһәтә, һөҙөмтәлә һеҙ Алла батшалығына инергә лайыҡлы тип һаналырһығыҙ, шуның өсөн ғазаптар кисерәһегеҙ ҙә инде.


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек Батшалығына ҙур теләк менән ҡабул ителерһегеҙ.


Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараһа, алыҫта Ибраһимды, уның эргәһендә Әлғазарҙы күргән.


Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, Уның менән ултырғандарҙың береһе: – Алла Батшалығындағы табындан ашаясаҡ кеше бәхетле! – тине.


Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың!


Ул хеҙмәтсене ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер.


янып ятҡан мейескә ташлар. Унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр.


янып ятҡан мейескә ырғытыр. Унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios