Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 12:45 - Изге Яҙма

45 Ләкин ул хеҙмәтсе: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм ашап-эсеп, иҫереп йөрөһә,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

45 Ләкин ул хеҙмәтсе: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, башҡа хеҙмәтселәрҙе – ирҙәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла туҡмарға тотонһа һәм ашап-эсеп, иҫереп йөрөһә,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

45 Ләкин ул хеҙмәтсе: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм ашап-эсеп, иҫереп йөрөһә,

Ver Capítulo Copiar




Лукас 12:45
31 Referencias Cruzadas  

Ул ҡалала пәйғәмбәрҙәрҙең һәм изгеләрҙең ҡаны, ерҙә үлтерелгәндәрҙең бөтәһенең ҡаны табылды.


Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын ҡойғандары өсөн, Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең. Улар быға лайыҡлы.


Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә бит.


Улар ҡылған яуызлыҡтарына күрә яуызлыҡ аласаҡ. Улар өсөн ләззәт – көн һайын көпә-көндөҙ ҡомһоҙланып ашап эсеү. Улар – әшәкелек һәм хурлыҡ, сөнки һеҙҙең менән бер табын артында ултырып, ялған рәхәтлектән ләззәтләнәләр.


Йоҡлаусылар төндә йоҡлай, эскеселәр төндә эсеп иҫерешә.


Берәйһе үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөргәндә, һеҙҙең иҫәбегеҙгә йәшәгәндә, һеҙҙең менән файҙаланғанда, үҙен күктәргә күтәргәндә, битегеҙгә һуҡҡанда һеҙ түҙәһегеҙ бит.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Ә башҡалары хеҙмәтселәрҙе тотоп хурлаған һәм үлтергән.


«Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Көтөүсе булмағанлыҡтан, ҡуйҙарым табышҡа әйләнде, һарыҡтарым ҡырағай януарҙарға емтек булды. Көтөүселәрем ҡуйҙарымды ҡараманы, бары үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртты».


– Эй әҙәм улы, Исраил ерендә «көндәр үтә тора, һәр күренмеш бушҡа сыға тора» тигән ниндәй әйтем ул?


уны һуҡтырырға һәм Раббы йортоноң Үрге Бинйәмин ҡапҡаһы янында аяҡтарына ҡалып кейҙереп ултыртып ҡуйырға бойорҙо.


Былар барыһы алдымда яҙылған. Мин өндәшмәйенсә ҡалмам – әжерен ҡайтарырмын. Ҡылғандарын баштарына төшөрөрмөн.


Үҙегеҙ, улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, үҙ өлөшө һәм биләмәһе булмаған һәм ҡалаларығыҙҙа йәшәгән левиҙәр Аллағыҙ Раббы алдында бергәләшеп күңел асығыҙ.


Һеҙгә ысынын әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән идара итергә ҡуясаҡ.


хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә уны ҡаты язаға тарттырыр, иманһыҙҙар көнөнә төшөрөр.


Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


– Башта кеше яҡшы шарап бирә, ә инде бөтәһе лә эсеп иҫергәс, насарырағын килтерә. Ә һин яҡшы шарапты иң аҙаҡҡа ҡалдырғанһың, – тине.


Ул көндәрҙә Үҙ Рухымды хатта ир һәм ҡатын ҡолдарға ла яуҙырырмын. Улар ҙа пәйғәмбәрлек ҡылырҙар.


Ә Алла уларға ла форсат бирер – Имен-аман йәшәһендәр, Тик йөрөгән юлдарын күҙәтеп торор.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios