Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 12:35 - Изге Яҙма

35 Билдәрегеҙ быуылған, яҡтыртҡыстарығыҙ тоҡандырылған булһын.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

35 Яҡтыртҡыстарығыҙҙы һүндермәйенсә, эш итергә әҙер тороғоҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

35 Билдәрегеҙ быуылған, яҡтыртҡыстарығыҙ тоҡандырылған булһын.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 12:35
11 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.


Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлек һарайтаһын кейеп, сафҡа тороғоҙ.


Һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа кешеләр алдында шулай балҡыһын, һәм шул мәлдә улар яҡшы ғәмәлдәрегеҙҙе күрер ҙә күктәге Атағыҙҙы данлар.


Ул ваҡытта Күктәр Батшалығы, ҡулдарына яҡтыртҡыс тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан ун ҡыҙға оҡшаш булыр.


Араларында арыған да, абынған да булмаҫ. Береһе бер күҙ ҙә йоммаҫ, йоҡламаҫ та. Билдәрендәге билбауҙары сиселмәҫ, Ҡаталарының ҡайышы өҙөлмәҫ.


Дөрөҫлөк уның билендә билбау булыр, Тоғролоҡ булыр билендәге ҡайышы.


Шул саҡта аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып ҡалырһығыҙ. Кешеләргә тормош һүҙен тәҡдим итеп, улар араһында күктәге йондоҙҙарҙай балҡырһығыҙ. Шул саҡ мин Мәсих килер көндә бушҡа көс һалмағанмын һәм хеҙмәтем юҡҡа булмаған тип ғорурлана алырмын.


Билен ҡеүәт менән быуып, ҡулының көсөн арттырыр.


Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы.


Хужаһының туй мәжлесенән ҡайтҡанын көткән хеҙмәтсе кеүек булығыҙ. Хужа килеп шаҡыу менән ишекте асырға әҙер тороғоҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios