Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 12:31 - Изге Яҙма

31 Һеҙ, киреһенсә, Алла Батшалығын эҙләгеҙ, шунда ҡалғаны ла бирелер.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

31 Һеҙ, киреһенсә, Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм былар бирелер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

31 Һеҙ, киреһенсә, Алла Батшалығын эҙләгеҙ, шунда ҡалғаны ла бирелер.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 12:31
14 Referencias Cruzadas  

Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.


Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән.


Ә йәнем Раббыла шатлыҡ табыр, Уның ҡотҡарғанына ҡыуаныр.


Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.


Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.


Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.


Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?


Уҡтарың килеп ҡаҙалды, Ҡулдарыңдың ауырлығы баҫа.


Шул кеше бейектә йәшәр; Ҡаяларҙағы ҡәлғәләр уның ышығы булыр; Икмәкһеҙ ҡалмаҫ, һыуға зарыҡмаҫ.


Ғәйебемде таныйым мин, Гонаһым өсөн ҡайғырам.


ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ.


Ул турала был донъя кешеләре баш ҡатыра. Ә Атағыҙ һеҙҙең был нәмәләргә мохтаж икәнегеҙҙе белә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios