Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 12:30 - Изге Яҙма

30 Ул турала был донъя кешеләре баш ҡатыра. Ә Атағыҙ һеҙҙең был нәмәләргә мохтаж икәнегеҙҙе белә.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

30 Ул турала был донъя кешеләре ҡайғырта. Ә Атағыҙ һеҙҙең был нәмәләргә мохтаж икәнлегегеҙҙе белә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 Ул турала был донъя кешеләре баш ҡатыра. Ә Атағыҙ һеҙҙең был нәмәләргә мохтаж икәнегеҙҙе белә.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 12:30
13 Referencias Cruzadas  

Был хаҡта мәжүсиҙәр баш ҡатыра. Ә күктәге Атағыҙ быларҙың барыһына ла мохтаж икәнегеҙҙе белә.


Улар һымаҡ булмағыҙ. Һеҙ һорамаҫ борон уҡ Атағыҙ һеҙҙең нимәгә мохтаж икәнлегегеҙҙе белеп тора.


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Һеҙҙең күктәге Атағыҙ ҙа шулай: кесе йәндәрҙең береһенең дә һәләк булыуын теләмәй.


Алланы танымаған мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ.


Сөнки әйткән һүҙҙәрегеҙ һеҙҙеке булмаҫ, ә һеҙҙең аша Атағыҙҙың Рухы һөйләр.


Әгәр һеҙ дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, бының иҫ китерлек нимәһе бар? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни?


– Миңә теймә! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына олғашманым. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Минең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына олғашам».


Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.


Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип ҡайғырмағыҙ. Бының өсөн хафаланмағыҙ.


Һеҙ, киреһенсә, Алла Батшалығын эҙләгеҙ, шунда ҡалғаны ла бирелер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios