Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 11:8 - Изге Яҙма

8 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше тороп икмәкте дуҫлыҡ хаҡына бирмәһә лә, тегеһе өҙмәй ҙә ҡуймай ныҡышҡас, күпме кәрәк, шулай барыбер биреп ебәрер.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

8 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше дуҫлыҡ хаҡына икмәк биреп ебәрмәһә лә, тегенең ныҡышмалылығы арҡаһында барыбер тороп, күпме һорала, шул тиклем бирер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше тороп икмәкте дуҫлыҡ хаҡына бирмәһә лә, тегеһе өҙмәй ҙә ҡуймай ныҡышҡас, күпме кәрәк, шулай барыбер биреп ебәрер.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 11:8
10 Referencias Cruzadas  

– Ебәр мине. Таң атты инде. – Миңә фатихаңды бирмәйенсә, ебәрмәйем, – тине Яҡуп.


Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Әпәфрас та сәләм тапшыра. Ул һеҙҙең Алланың тулы ихтыярынса рухи яҡтан өлгөрөп еткән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә.


Имандаштарым, беҙ бер-беребеҙгә Изге Рухтан килгән һөйөү менән бәйләнгәнбеҙ, шуға күрә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих хаҡына саҡырам: минең менән бергә көрәшеп, минең өсөн Аллаға доға ҡылығыҙ.


Һеҙҙең өсөн дә, Лаодикеялағы имандаштар, шулай уҡ мине күреп белмәгәндәр хаҡына ла ниндәй көрәш алып барыуымды белһәгеҙ ине.


Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем.


Ә өй эсенән былай тип яуаплайҙар: «Мине борсоп йөрөмә, ишегем бикле, янымда балаларым йоҡлап ята, тороп, һин һорағанды бирә алмайым».


Мәжлес барған ете көн буйы йәш түкте Шимшондың кәләше. Ниһайәт, етенсе көнөнә, кәләше үтә ныҡ ҡыҫымға алғас, Шимшон йомаҡтың яуабын әйтте. Ҡатын яуапты ырыуҙаштарына еткерҙе.


Ҡатын оҙаҡ итеп Раббыға доға ҡылған мәлдә, Ғәли уның ирендәренә ҡарап ултырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios