Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 11:36 - Изге Яҙма

36 Ә инде бөтә тәнең нурлы һәм унда бер генә ҡараңғы урын да юҡ икән, шәм нуры һине яҡтыртҡан кеүек, тәнең дә яҡты булыр.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

36 Ә инде бөтә тәнең нурлы һәм унда бер генә ҡараңғы урын да юҡ икән, яҡтыртҡыс балҡыуы һине яҡтыртҡан кеүек, тәнең дә яҡты булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

36 Ә инде бөтә тәнең нурлы һәм унда бер генә ҡараңғы урын да юҡ икән, шәм нуры һине яҡтыртҡан кеүек, тәнең дә яҡты булыр.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 11:36
22 Referencias Cruzadas  

Әҙәмдең рухы – Раббы шәмелер, күңеленең иң төпкөлдәрен һынар.


Сөнки бойороҡ шәм һымаҡ, өгөт-нәсихәт иһә – нур, шелтә менән тәртип – тормошҡа юл.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.


Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәтендә һәм Уны танып белеүҙә даими үҫегеҙ. Уға хәҙер һәм мәңгелек көнөндә лә дан булһын! Амин.


Мәсих һүҙе һеҙҙә мул булып, бер-берегеҙҙе зирәк аҡыл менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт бирегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.


хәйер, аҡыл эйәһе лә, ҡолаҡ һалып, белемен арттырыр, белдекле лә кәрәкле кәңәш табыр,


Ә кем, азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунға төшөнөп, уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ.


Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәргә ҡулай, тормош тәжрибәһе уларҙы яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыр һиҙгерлеккә өйрәткән.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


– Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған.


Әйҙәгеҙ, белем-тәжрибә туплап, Раббыны танып белергә ынтылайыҡ. Көн һайын таң атҡан һымаҡ, Уның килеүе ышаныслы. Ул ерҙе һуғарған шифалы ямғыр, Ҡойма ямғыр шикелле беҙгә килер».


Һуҡырҙарҙы улар белмәгән юл менән алып китермен, Уларға таныш булмаған һуҡмаҡтарҙан йөрөтөрмөн. Алдарында ҡараңғыны яҡтылыҡҡа әйләндерәм, Суғырмаҡты тигеҙ итәм. Ошоларҙың барыһын да ғәмәл ҡылам, Әйткәнемде эшләмәйсә ҡалмам.


Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.


Шулай уҡ, шәмде тоҡандырғас, бер кем дә уны һауыт аҫтына ҡуймай, киреһенсә, уны шәмдәлгә ултырталар һәм ул өйҙәгеләрҙең бөтәһе өсөн дә яҡтырта.


Шуға күрә һаҡ бул: үҙеңдәге яҡтылыҡ ҡараңғылыҡ булмаһын.


Ғайса һүҙен тамамлағас, фарисейҙарҙың берәүһе Уны ашҡа саҡырҙы. Ғайса, өйгә инеп, табын артына ултырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios