Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 1:45 - Изге Яҙма

45 Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың!

Ver Capítulo Copiar

Инжил

45 Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

45 Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың!

Ver Capítulo Copiar




Лукас 1:45
9 Referencias Cruzadas  

Ғайса уға: – Һин Мине күргәнгә күрә ышандың. Күрмәйенсә инанғандар ни тиклем бәхетле, – тине.


Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың шөһрәтен күрерһең», – тип әйтмәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.


Әйткәндәрем үҙ мәлендә тормошҡа ашасаҡ, ә бына миңә ышанмағаның өсөн, һүҙҙәрем бойомға ашҡанға тиклем, һин телдән яҙырһың һәм һөйләшә алмаҫһың, – тип яуапланы.


Иртүк тороп Теҡоға сүленә табан юлланалар. Шунда Йеһошафат халыҡ алдына баҫып һүҙ ала: – Тыңлағыҙ мине, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим кешеләре! Аллағыҙ Раббыға ышанығыҙ, шул сағында ныҡ булырһығыҙ. Уның пәйғәмбәрҙәренә ышанығыҙ, шунда уңыш ҡаҙанырһығыҙ, – ти ул.


Һинең сәләмләүеңде ишетеүгә, ҡарынымдағы балам да шатлығынан тулғанып ҡуйҙы.


Ул Үҙенең күндәм ҡолона күҙ һалды. Бынан һуң барлыҡ быуындар ҙа мине бәхетле тип атар,


Тәпәндә он бөтмәне, көршәктә май кәмемәне. Шул рәүешле Раббының Ильяс аша белдергәне бойомға ашты.


Ҡатын уның янынан ҡайтып китте. Улдары менән өйгә инеп, ишекте бикләнеләр. Улдары буш һауыттарҙы биреп торҙо, ҡатын уларҙы май менән тултырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios