Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 1:41 - Изге Яҙма

41 Мәрйәмдең сәләмләүен ишеткәс, Әлисабеттың ҡарынындағы балаһы тулғанып ҡуйҙы. Әлисабет Изге Рух менән һуғарылды.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

41 Мәрйәмдең сәләмләүен ишеткәс, Елизаветаның ҡарынындағы балаһы тулғанып ҡуйған. Елизавета Изге Рух менән һуғарылған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

41 Мәрйәмдең сәләмләүен ишеткәс, Әлисабеттың ҡарынындағы балаһы тулғанып ҡуйҙы. Әлисабет Изге Рух менән һуғарылды.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 1:41
15 Referencias Cruzadas  

Яхъяның атаһы Зәкәрьяһ, Изге Рух менән һуғарылып, былай тип пәйғәмбәрлек ҡылды:


Һинең сәләмләүеңде ишетеүгә, ҡарынымдағы балам да шатлығынан тулғанып ҡуйҙы.


Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр.


Шул ваҡыт Петрус, Изге Рух менән һуғарылып: – Халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар! – тине. –


Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


Изге Рух менән һуғарылған Стефанус иһә күккә баҡты һәм унда Алланың шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе.


Раббы көнөндә мине Изге Рух солғап алды һәм артымда борғо эсенән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем.


Сабыйҙар ҡорһағында бер-береһе менән тибешә башланы. Рабиға: – Ни өсөн миңә былай булды әле? – тип аптырап, Раббынан һорарға китте.


Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ.


Шулай булғас, имандаштар, арағыҙҙан Изге Рух һәм зирәк аҡыл менән һуғарылған абруйлы ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ.


Изге Рух менән һуғарылған Ғайса Иордан йылғаһы буйынан ҡайтҡас, Рух Уны сүлгә алып китте.


Унда Зәкәрьяһ йәшәй ине. Мәрйәм, уның өйөнә инеп, Әлисабет менән иҫәнләште.


– Ҡатын-ҡыҙҙар араһында һин иң фатихалыһы, һинең тыуасаҡ балаң да фатихалы! – тип өндәште Әлисабет көслө тауыш менән. –


Һананиас барып, шул йортҡа инде. Ул Шаулға ҡулын ҡуйып: – Шаул туған! Мине һиңә, күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм Изге Рух менән һуғарырға тип, юлыңда осраған Раббы Ғайса ебәрҙе, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios