Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 7:1 - Изге Яҙма

1 Бына ғәйеп ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Ул – изгеләрҙән-изге ҡорбан.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Бына ғәйеп ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Ул – изгеләрҙән-изге ҡорбан.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Бына ғәйеп ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Ул – изгеләрҙән-изге ҡорбан.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 7:1
17 Referencias Cruzadas  

– Һарунға һәм уның улдарына әйт: бына гонаһ ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Гонаһ ҡорбаны тотош яндырыу ҡорбаны боғаҙланған урында, Раббы хозурында салынырға тейеш. Ул – изгеләрҙән-изге.


Ул әсетке һалып бешерелмәһен. Уны ут ҡорбандарымдан ҡаһиндарҙың өлөшө итеп бирҙем. Гонаһ ҡорбаны менән ғәйеп ҡорбаны кеүек үк, ул да изгеләрҙән-изге.


Раббы Мусаға былай тине:


Ул миңә: – Был – ҡаһиндарҙың ғәйеп ҡорбаны һәм гонаһ ҡорбаны иттәрен, икмәк саҙаҡаларын бешерә торған урын, – тине. – Кешеләр был изге ризыҡҡа теймәһен өсөн, ул тышҡы ихатаға сығарылырға тейеш түгел.


Икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары – уларҙың ризығы. Исраил ерендә Раббыға бағышланған бөтә нәмә уларҙыҡы булыр.


Айуандың һәр ике яғында икешәр өҫтәл тора, уларҙа тотош яндырыу ҡорбаны, гонаһ ҡорбаны, ғәйеп ҡорбаны салалар.


Был кеше Раббыға бағышланған нәзирлек көндәрен ҡабаттан башлар һәм, ғәйеп ҡорбаны итеп, бер йәшлек бәрәс килтерер; нәзирлеге нәжесләнгәнлектән, элекке көндәре иҫәпкә алынмаҫ.


Бындай кеше Алланың ризығы – Уға килтерелгән изгеләрҙән-изге һәм изге саҙаҡаларҙы ашай ала,


Әгәр ҙә ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алырға хәленән килмәһә, эшләгән гонаһы өсөн иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн гонаһ ҡорбаны итеп килтерһен. Әммә уның өҫтөнә зәйтүн майы ҡоймаһын, хуш еҫле сайыр ҙа һалмаһын, сөнки был – гонаһ ҡорбаны.


Уларҙы ҡаһинға алып килһен. Ҡаһин тәүҙә гонаһ ҡорбаны ғәмәлен башҡарыр: ҡоштоң муйынын бороп һындырыр, әммә башын өҙөп алмаҫ.


Әгәр ҙә ул кешенең һарыҡ йәки кәзә килтерергә хәленән килмәһә, гонаһы өсөн Раббыға ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып килһен. Уларҙың береһе гонаһ ҡорбаны, икенсеһе тотош яндырыу ҡорбаны булыр.


– Әгәр берәйһе Раббыға бағышланған изге әйбергә ҡул һуҙып, яңылышлыҡ менән гонаһ ҡылһа, ғәйеп ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал көтөүенән кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен. Был тәкәнең хаҡы изге шекелгә күрә көмөш шекел менән билдәләнһен.


Леви Ҡоре Имна улы, Көнсығыш ҡапҡа һаҡсыһы, Аллаға арнап үҙ ихтыяры буйынса килтерелгән бүләктәр өсөн яуаплы була, Раббыға килтерелгән һәм изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙы Раббы хеҙмәтендәгеләргә өләшә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios