Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 6:4 - Изге Яҙма

4-5 ул кеше гонаһ ҡыла һәм ғәйепле була. Шуға күрә урлап йәки алдап алғанын, уға аманат итеп бирелгәнде йәки тапҡанын; алманым, тип ялған ант иткән әйберҙе кире бирергә тейеш. Әйберҙең хаҡының биштән бер өлөшө тиклемде өҫтәп, ғәйеп ҡорбаны килтергән көндө уны хужаһына кире бирһен.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

4-5 ул кеше гонаһ ҡыла һәм ғәйепле була. Шуға күрә урлап йәки алдап алғанын, уға аманат итеп бирелгәнде йә йәки тапҡанын; алманым тип ялған ант иткән әйберҙе кире бирергә тейеш. Әйберҙең хаҡының биштән бер өлөшө тиклемде өҫтәп, ғәйеп ҡорбаны килтергән көндө уны хужаһына кире бирһен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4-5 ул кеше гонаһ ҡыла һәм ғәйепле була. Шуға күрә урлап йәки алдап алғанын, уға аманат итеп бирелгәнде йәки тапҡанын; алманым, тип ялған ант иткән әйберҙе кире бирергә тейеш. Әйберҙең хаҡының биштән бер өлөшө тиклемде өҫтәп, ғәйеп ҡорбаны килтергән көндө уны хужаһына кире бирһен.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 6:4
20 Referencias Cruzadas  

Ул көндө Мин тупһа аша һикергән һәр кемде, Шулай уҡ хужаларының йортон Золом һәм алдаҡ менән тултырғандарҙы язалайым.


Кеше баҫыуына күҙе төшһә – баҫып ала, Өй теләһә, хужаһын да, Ғаиләһен дә аяп тормай – тартып ала, Кешене мираҫ еренән мәхрүм итә.


«Ғәҙел йәшәй белмәй улар, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡәлғәләренә залимлыҡ менән, Талаш-тартыш менән байлыҡ йыя».


Ә атаһы үҙенең ғәйебе арҡаһында үлер. Сөнки залим булды, ҡәрҙәштәрен таланы, Халҡы араһында яманлыҡ ҡылды.


Фәҡир менән хәйерсене ҡыйырһытһа, Кеше талаһа, аманатты ҡайтармаһа, Боттарға табынһа, Ерәнгес эштәр ҡылһа,


Бер кемде лә ҡыйырһытмай, Бурысҡа алғандың аманатын ҡайтара, Кеше таламай, Асҡа икмәк, яланғасҡа кейем бирә,


Улар үргән ауҙан кейем сыҡмаҫ, Ҡулдары туҡығанға төрөнә алмаҫтар. Ҡылған ғәмәлдәре – тик яуызлыҡ, Ҡулдарының эше – йәбер-золом.


Кешеләр ыҙан таштарын күсереп ҡуя, Урланған малдарын көтә.


Сөнки ул ярлыларҙы иҙҙе, ситкә тибәрҙе, Үҙе төҙөмәгән йорттарҙы талап алды.


Әммә ул Авимәләхкә: – Ҡолдарың минең бер ҡоҙоғомдо тартып алды, – тип зарланды.


Берәй кеше икенсе берәүҙең малын үлтерә икән, килтерелгән зыян өсөн үҙенең малын бирергә тейеш: йән өсөн – йән.


Мал үлтергән әҙәм зыянды мал биреп ҡаплар, ә кеше үлтергән өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен.


Ул ҡылған гонаһын таныһын; килтергән зыяны өсөн шул кешегә йолом түләһен һәм шуға йолом хаҡының тағы ла биштән бер өлөшөн өҫтәһен.


аманат итеп алғанын кире бирһә, урлағаны өсөн түләһә, гонаһ ҡылмайынса, тормош ҡағиҙәләре буйынса йәшәһә, – мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ.


«Күпме мәшәҡәт», – тип, уны һанға һуҡмайһығыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шунан урланған, аҡһаҡ, ауырыу малды килтерәһегеҙ. Ни өсөн Мин шундай ҡорбанды ҡабул итеп алырға тейешмен? – ти Раббы. –


ғөмүмән, тотош башмаҡты – тупламдан ситкә алып сығып, көл түгә торған таҙа урында утын өҫтөнә һалып яндырһын.


Уларҙың баҫыуҙарын, йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларын, йорттарын, бурысҡа биреп торған аҡса, икмәк, шарап һәм зәйтүн майы өсөн тейешле рибаны уларға хәҙер үк кире ҡайтарығыҙ.


Ә тышҡы ихатаға халыҡ янына сығыр алдынан, хеҙмәт иткәндәге кейемдәрен сисеп, изге бүлмәләрҙә ҡалдырһындар һәм башҡа кейем кейһендәр, сөнки изге кейемдәре менән халыҡҡа ҡағылырға тейеш түгелдәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios