Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 5:12 - Изге Яҙма

12 Уны ҡаһинға бирһен. Ҡаһин, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер ус тултырып алыр ҙа, усаҡта, Раббы өсөн ут ҡорбандары өҫтөндә яндырыр. Был – гонаһ ҡорбаны.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Уны ҡаһинға бирһен. Ҡаһин, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер ус тултырып алыр ҙа, усаҡта, Раббы өсөн ут ҡорбандары өҫтөндә яндырыр. Был – гонаһ ҡорбаны.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Уны ҡаһинға бирһен. Ҡаһин, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер ус тултырып алыр ҙа, усаҡта, Раббы өсөн ут ҡорбандары өҫтөндә яндырыр. Был – гонаһ ҡорбаны.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 5:12
15 Referencias Cruzadas  

Ҡорбан килтереүсе, ҡорбандың бөтә майын, татыулыҡ ҡорбаны булған һарыҡ бәрәсенең майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында Раббыға ут ҡорбаны итеп яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.


Ҡаһин, икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер киҫәк алып, уны ҡорбан усағында яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Һарун улдары – ҡаһиндарға – килтерһен. Ҡаһин усын тултырып он һәм зәйтүн майын, бөтә хуш еҫле сайырҙы алып, ҡорбан усағында иҫтәлек өлөшө булараҡ яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Корнелиус уға ҡото осоп ҡараны: – Нимә, әфәнде? – Доғаларың һәм хәйер-саҙаҡаларың ҡорбанға һаналып, Алла хозурында ҡабул ҡылынды, – тип яуап бирҙе фәрештә. –


Ҡаһин икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер ус тултырып алыр ҙа ҡорбан усағында яндырыр, шунан һыуҙы ҡатынға эсерер.


Ҡаһин икмәк саҙаҡаһының оно менән зәйтүн майынан бер ус тултырып, ә ладанды тулыһынса алһын да ҡорбан усағында яндырһын. Был – Раббыға күркәм хуш еҫ, иҫтәлек өлөшө.


Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был, ризыҡ булараҡ, Раббыға бағышланған ут ҡорбаны.


Ҡаһин бер аҙ төйөлгән ашлыҡ һәм зәйтүн майының бер өлөшөн, бөтә хуш еҫле сайыр менән бергә, иҫтәлек өлөшө итеп яндырһын. Был – Раббыға бағышланған ут ҡорбаны.


Ҡанаттарынан тотоп, ҡошто йыртһын, әммә икегә айырмаһын. Шунан уны ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғандан һуң, ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Әгәр ҙә ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алырға хәленән килмәһә, эшләгән гонаһы өсөн иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн гонаһ ҡорбаны итеп килтерһен. Әммә уның өҫтөнә зәйтүн майы ҡоймаһын, хуш еҫле сайыр ҙа һалмаһын, сөнки был – гонаһ ҡорбаны.


Шул рәүешле ҡаһин ҡорбан килтереүсене ул ҡылған гонаһтан паклау йолаһын башҡарыр һәм ул кеше ярлыҡаныр. Ҡалған он, икмәк саҙаҡаһындағы һымаҡ уҡ, ҡаһинға булыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios