Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 26:6 - Изге Яҙма

6 Илегеҙгә тыныслыҡ ебәрермен, йоҡларға ятһағыҙ, бер нәмә лә ҡурҡытмаҫ. Ерегеҙҙән яуыз хайуандарҙы ҡыуырмын, илегеҙҙән ҡылыс үтмәҫ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Илегеҙгә тыныслыҡ ебәрермен, йоҡларға ятһағыҙ, бер нәмә лә ҡурҡытмаҫ. Ерегеҙҙән яуыз хайуандарҙы ҡыуырмын, илегеҙҙән ҡылыс үтмәҫ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Илегеҙгә тыныслыҡ ебәрермен, йоҡларға ятһағыҙ, бер нәмә лә ҡурҡытмаҫ. Ерегеҙҙән яуыз хайуандарҙы ҡыуырмын, илегеҙҙән ҡылыс үтмәҫ.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 26:6
43 Referencias Cruzadas  

Ул ерҙә арыҫлан булмаҫ, Йыртҡыс хайуандар ул юлға сыҡмаҫ – Бында уларҙың һис береһе күренмәҫ, Бары тик ҡотҡарылғандар йөрөр.


Исраилдың тере ҡалғандары Ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ, ялған һөйләмәҫ, Ауыҙҙарында мәкерле һүҙ булмаҫ. Яланда утлап йөрөгән ҡуйҙар һымаҡ Тамаҡтары туйғас, ятып ял итерҙәр, Уларҙы һис кем ҡурҡытмаҫ».


«Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Исраил, һин хәүефләнмә, – тип белдерә Раббы. – Мин һине йыраҡ ерҙәрҙән, Нәҫелеңде әсирҙә булған илдән ҡотҡарам. Кире ҡайтыр Яҡуп, именлектә рәхәт йәшәр, Инде уны бер кем дә ҡурҡытмаҫ.


Был йорт элеккенән шөһрәтлерәк булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Мин был урынға тыныслыҡ бирәм», – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Ул көндө Мин халҡым хаҡына Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Һөйрәлеүсе һәр тереклек менән килешеү төҙөрмөн. Был ерҙә йәйәне лә, ҡылысты ла, Һәр төрлө ҡоралды ла юҡ итермен, Халҡымды имен-аман йәшәтермен.


Улар менән именлек килешеүе төҙөрмөн, илдән йыртҡыс йәнлектәрҙе юҡ итермен. Далаларҙа хәүефһеҙ йәшәһендәр, урмандарҙа ҡурҡыуһыҙ йоҡлаһындар.


Ишет, Раббы, мәрхәмәт ҡыл миңә; Йә Раббы, ярҙамсы бул!» – тинем.


Әгәр ҙә Мин был илгә ҡырағай хайуандар ебәрһәм һәм улар уны кешеһеҙ ҡалдырһа, ил бушлыҡҡа әйләнһә, йыртҡыстар арҡаһында бер кем үтеп-һүтеп йөрөмәҫ хәлгә төшһә,


Йәйрәп ятырһың, бер кемдән ҡурҡмай, Күптәр һиңә ярарға тырышыр.


Ләкин Мин уларҙы бер юлы, бер йылда ғына ҡыуып ебәрмәм, юҡһа ер кешеһеҙ ҡалып, һине кейек-януар баҫыр.


Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам. Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ донъя биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!


«Әфраимдың яу арбаларын, Йәрүсәлимдең аттарын юҡ итермен. Һуғыш йәйәләре һыныр. Батша халыҡтарға тыныслыҡ иғлан итер; Хакимлығы бер диңгеҙҙән икенсе диңгеҙгә, Евфраттан ер сигенә тиклем йәйрәп ятыр.


Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше, Инжир ағасы аҫтында ултырыр. Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине.


Йәки Мин был илгә ҡылыс ебәрһәм һәм: «Ҡылыс, ил буйлап үт!» – тип бойорһам, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ҡыра башлаһам,


Өҫтөгөҙгә аслыҡ һәм йыртҡыс хайуандар ебәрермен. Улар һеҙҙе балаһыҙ ҡалдырыр. Ҡалала ҡырғын һәм үлем хөкөм һөрөр. Мин һеҙгә ҡаршы ҡылыс күндерермен. Мин, Раббы, әйттем быны».


Бөйөк Хаким, илаһтар араһында Һиндәй юҡ, Һин эшләгән һымаҡ ғәмәлдәр юҡ.


Уларҙың мул иген һәм яңы шарапҡа Ҡыуаныуынан ҙурыраҡ Һөйөнөс бирҙең минең йөрәккә.


Бына һинең улың тыуыр: ул тыныслыҡ кешеһе булыр. Мин уны уратып алған бөтә дошмандарынан тыныслыҡ бирермен, шуға күрә уның исеме Сөләймән булыр. Уның осоронда Исраилға тыныслыҡ һәм именлек бирермен.


Ильясиғин артына боролоп ҡараны ла балаларҙы Раббы исеме менән ҡарғаны. Шул саҡ урмандан ике инә айыу килеп сыҡты ла балаларҙың ҡырҡ икеһен ботарлап ырғытты.


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арала татыулыҡ урынлашты.


Һируд Петрусты халыҡ алдына сығарырға теләгән көнгә ҡаршы төндә Петрус ике сылбыр менән бығауланған хәлдә ике һаҡсы уртаһында йоҡлап ята, ә ишек янында ҡарауылсылар һаҡта тора ине.


Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм.


Шул саҡ мин уянып киттем дә тирә-яғыма ҡараным, төшөм шундай татлы ине.


Мин яҡтылыҡты бар ҡылам, ҡараңғылыҡты яһайым; Именлек алып киләм, афәт күндерәм – Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы Мин.


Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.


Раббыға мин ауаз һалам – Яуап ҡайтарыр изге тауынан. Села


Улар, юлға сыҡһаң, һине етәкләп алырҙар, йоҡларға ятһаң, һаҡлап торорҙар, уянғаныңда һөйләшерҙәр.


Ҡурҡмайынса ятып йоҡларһың, йоҡоң һәр саҡ тыныс булыр.


Сөнки баҫыуҙағы таштар менән килешеү төҙөрһөң, Ҡыр йәнлектәре менән татыу йәшәрһең.


Һеҙгә ҡырағай хайуандар ебәрермен. Улар балаларығыҙҙы үлтерер, малығыҙҙы ҡырыр. Шул арҡала һанығыҙ кәмеп, юлдарығыҙ бушап ҡалыр.


Дошмандарығыҙҙы ҡыуаларһығыҙ, улар ҡылыстан алдығыҙға йығылыр.


Үҙ-ара килешеүҙе боҙғанға күрә, үс алыр өсөн һеҙгә нәфрәт ҡылысы ебәрермен. Ҡалаларығыҙға йәшенһәгеҙ, арағыҙға үләт һалырмын. Дошман ҡулына төшөрһөгөҙ.


Күрһәтмәләремде үтәгеҙ, ҡағиҙәләремде тотоғоҙ һәм ғәмәлгә ашырығыҙ, шул саҡта был ерҙә имен йәшәрһегеҙ.


Ер емештәрен бирер, ә һеҙ туйғансы ашарһығыҙ, имен ғүмер итерһегеҙ.


Йеһошафат батшалығында тыныслыҡ урынлаша, Алла уға һәр яҡлап именлек бирә.


Йығылырға торғандарға таяныс Раббы, Ул ҡолатылғандарҙы торғоҙа.


Ул урындан оло бер юл үтер, Ул юл Мөҡәддәс юл тип аталыр. Нәжес әҙәм уға аяҡ баҫа алмаҫ, Раббы юлында йөрөүселәр өсөн генә булыр ул. Унан киткәндәрҙән һис кем, Хатта иҫәрҙәр аҙашмаҫ.


Ҡырҙағы ағастар – емеш, тупраҡ мул уңыш бирер. Халыҡ үҙ илендә хәүефһеҙ йәшәр. Муйындарындағы ҡалыпты ватып, уларҙы ҡол иткәндәрҙең ҡулынан ҡотҡарғас, Минең Раббы икәнемде белерҙәр.


Тоғролоҡта һиңә өйләнермен, Һин Раббыны танып белерһең.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios