Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 26:44 - Изге Яҙма

44 Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошман ерендә уларҙы тулыһынса юҡ итмәҫ һәм төҙөшкән килешеүемде боҙмаҫ өсөн, уларға ерәнеп ҡарамам һәм уларҙан бөтөнләйгә ваз кисмәм, сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

44 Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошман ерендә уларҙы тулыһынса юҡ итмәҫ һәм төҙөшкән килешеүемде боҙмаҫ өсөн уларға ерәнеп ҡарамам һәм уларҙан бөтөнләйгә ваз кисмәм, сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

44 Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошман ерендә уларҙы тулыһынса юҡ итмәҫ һәм төҙөшкән килешеүемде боҙмаҫ өсөн, уларға ерәнеп ҡарамам һәм уларҙан бөтөнләйгә ваз кисмәм, сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 26:44
20 Referencias Cruzadas  

Алла Үҙ халҡын ташламаны, Ул уларҙы алдан уҡ һайлап алды. Һеҙ Изге Яҙмала Ильяс тураһында нимә тиелгәнен белмәйһегеҙме ни? Ул, Исраил халҡына зарланып, Аллаға:


Әммә Үҙеңдең сикһеҙ шәфҡәтең арҡаһында Һин уларҙы ахырынаса ҡырып бөтөрмәнең, ташламаның, сөнки Һин мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһың.


Әммә Раббы Исраил халҡын йәлләне, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән төҙөшкән килешеүе хаҡына уларға рәхим-шәфҡәт күрһәтте. Уларҙы юҡ итергә теләмәне, әлеге көнгә ҡәҙәр уларҙан ваз кисмәне.


Шул рәүешле бөтөн Исраил ҡотҡарылыр, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Сиондан Ҡотҡарыусы килер, Яҡуп тоҡомонан иманһыҙлыҡты алыр.


Әммә Мин, һинең менән йәш сағыңда төҙөгән килешеүҙе иҫтә тотоп, һинең менән мәңгелек килешеүҙе тергеҙәсәкмен.


Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».


Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Мин һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Һине ҡәүемдәр араһына таратҡан инем, Инде уларҙың барыһын ҡырып ташлайым. Әммә һине юҡ итмәм. Язаһыҙ ҡалдырмам һине, Әммә ғәҙел яза бирермен».


Исемең хаҡына беҙҙе инҡар итмә, Дан тәхетеңде хурлыҡҡа төшөрмә, Беҙҙең менән төҙөгән килешеүеңде иҫеңдә тот, Зинһар, килешеүеңде боҙма.


Торлағымды арағыҙҙа ҡорормон, күңелем һеҙҙән ҡайтмаҫ.


Раббы фәрештәһе Гилгалдан Бохимға килде лә уларға Раббы һүҙен еткерҙе: – Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым, ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән ергә килтерҙем. Уларға: «Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеүемде мәңге боҙмам,


Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Улар Һине тыңларға теләмәне, Һин улар өсөн эшләгән мөғжизәләрҙе онотто, тиҫкәрелектәренә барып, ҡоллоҡҡа кире ҡайтыр өсөн үҙҙәренә юлбашсы һайлап ҡуйҙы. Әммә Һин – ғәфү итеүсе Алла, мәрхәмәтле, рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтлеһең. Һин уларҙы ташламаның.


Юғарылағы йортоңдан тауҙарҙы Һин һуғараһың, Эштәреңдең емештәре менән донъя тултыраһың.


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин был урындан Халдей еренә Үҙем һөргөнгә ебәргән Йәһүҙә кешеләрен ошо яҡшы инжиргә оҡшатам.


Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios