Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 26:1 - Изге Яҙма

1 Үҙегеҙгә боттар һәм һындар яһамағыҙ, табыныу бағаналары торғоҙмағыҙ, биҙәкле таштар ҡуймағыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Үҙегеҙгә боттар һәм һындар яһамағыҙ, табыныу бағаналары торғоҙмағыҙ, биҙәкле таштар ҡуймағыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Үҙегеҙгә боттар һәм һындар яһамағыҙ, табыныу бағаналары торғоҙмағыҙ, биҙәкле таштар ҡуймағыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 26:1
30 Referencias Cruzadas  

Боттарға табынмағыҙ, үҙегеҙгә ҡойолма илаһтар яһамағыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


«Раббыға ерәнгес булғанды – оҫталар ҡулының эшен – уйылған йәки ҡойолған боттарҙы яһатҡан һәм йәшереп тотҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


ундағы бөтә халыҡты ҡыуығыҙ, биҙәкле таштарын, ҡойолма илаһтарын юҡ итегеҙ, табыныу ҡалҡыулыҡтарын туҙҙырығыҙ.


Уларҙың илаһтарына баш эймә һәм ғибәҙәт ҡылма, был халыҡтарҙың йолалары буйынса эш итмә. Уларҙың илаһтарын юҡ ит һәм табыныу бағаналарын емер.


Шулай булғас, Минең янға алтындан да, көмөштән дә аллалар яһап ҡуймағыҙ.


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Шуға күрә, Алла нәҫеленәнбеҙ икән, Алланы кеше ниәте һәм оҫталығы менән яһалған алтын, көмөш йәки таш һынға оҡшаш тип уйларға тейеш түгелбеҙ.


Үҙеңә ҡойолма илаһтар яһама.


Ул көндө кешеләр, ер йөҙөн тетрәтер өсөн ҡалҡҡан Раббының дәһшәте һәм бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Табыныр өсөн яһаған алтын һәм көмөш боттарын Һуҡыр сысҡан һәм ярғанаттарға ташлап, Ҡаялағы ярыҡтарға, тарлауыҡтарға боҫасаҡ.


Шаулаһын диңгеҙ һәм унда йәшәгәндәр, Донъя һәм уны төйәк иткәндәр.


– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


сөнки Исраил халҡы – Минең ҡолдарым. Мысыр еренән алып сыҡҡан ҡолдарым улар Минең. Мин Аллағыҙ Раббымын.


«Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан, алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Уң бот татыулыҡ ҡорбанының ҡаны менән майын Раббыға тәҡдим иткән Һарун улдарының өлөшө булыр.


Дан ырыуы кешеләре Михаяһтан тартып алған ботто үҙҙәренә ҡуйҙы. Мусанан тыуған Гершомдың улы Йонаҫан үҙе лә, уның улдары ла һөргөн дәүеренә тиклем ошо Дан ырыуында ҡаһин булды.


Раббы алдарынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең йолаларын тотто һәм Исраил батшалары урынлаштырған ҡағиҙәләр буйынса йәшәне.


Бөтә түбәләрҙә һәм һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында табыныу бағаналары, Ашера хөрмәтенә ҡолғалар ҡуйылды.


Аллалары Раббының бөтә бойороҡтарын үтәүҙән баш тарттылар, үҙҙәренә табыныу өсөн ике башмаҡ һыны ҡойоп алдылар, Ашераға ҡолға ҡуйҙылар, күк есемдәренә табындылар, Бәғелгә хеҙмәт иттеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios