Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 20:3 - Изге Яҙма

3 Кем балаһын Мөләхкә биреп, Минең Изге торлағымды нәжесләй, изге исемемде хурлай, Мин уға ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Кем балаһын Мөләхкә биреп, Минең Изге торлағымды нәжесләй, изге исемемде хурлай, Мин уға ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Кем балаһын Мөләхкә биреп, Минең Изге торлағымды нәжесләй, изге исемемде хурлай, Мин уға ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 20:3
16 Referencias Cruzadas  

Балаларыңдың береһен дә Мөләх илаһына ҡорбан итмә, бының менән Аллаңдың исемен хурлама. Мин – Раббы.


Шуға күрә, Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – Изге торлағымды ерәнгес боттарың, әшәкелектәрең менән нәжесләгәнең өсөн, һине тап-таҡыр итеп ҡырасаҡмын, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен.


Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе ҡан ейһә, Мин был кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан ҡыуасаҡмын.


Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән.


Эй Исраил халҡы, Раббы Хаким былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламайһығыҙ икән, китеп, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең боттарығыҙға табынығыҙ. Әммә бүләктәрегеҙ һәм боттарығыҙ менән Минең изге исемемде башҡаса бысратаһы булмағыҙ.


Нәжесләнгән әҙәм үҙен таҙарындырмаһа, халыҡ араһынан ҡыуылыр, сөнки ул Раббының Изге торлағын нәжесләне. Уға таҙарыныу һыуы теймәгәс, ул нәжес.


Исраил халҡы араһындағы торлағымды нәжесләп һәләк булмаһындар өсөн, исраилдарҙы нәжестән һаҡлағыҙ.


Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә, ҡолағы ҡылған доғаларына асыҡ. Раббының йөҙө яуызлыҡ ҡылғандарға асыулы баға».


Әгәр ҙә халыҡ ул әҙәмдең балаһын Мөләхкә биреүенә күҙ йомһа, уны үлтермәһә,


Мәйеткә ҡағылған һәр кем, таҙарынмаһа, Раббы торлағын нәжесләр; бындай кеше Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр, сөнки уға таҙарыныу һыуы һирпелмәне, ул нәжес, нәжес килеш ҡалыр.


Үҙе өсөн ошондай ҡатнашма эшләгән йәки уны бүтәндәргә һөрткән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр».


Әммә берәй әҙәм нәжес хәлендә Раббыға килтерелгән татыулыҡ ҡорбанының итен ашаһа, ул халҡы араһынан ҡыуылыр.


Әгәр ҙә берәйһе нәжес нәмәгә: кеше нәжесенәме, хәрәм малғамы, хәрәм йәнлеккәме ҡағылғандан һуң Раббыға килтерелгән татыулыҡ ҡорбанының итен ашаһа, был кеше халҡы араһынан ҡыуылыр.


Аллағыҙҙың исемен хурламаҫ өсөн, Минең исемем менән ялған ант итмәгеҙ. Мин – Раббы.


Аллаһы өсөн изге булһын, Алланың исемен хурламаһын, сөнки Раббының ут ҡорбандарын, Аллаһының ризығын, улар тәҡдим итә, шуға күрә изге булырға тейештәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios