Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 19:10 - Изге Яҙма

10 Баҡсағыҙҙағы йөҙөмдө лә тотош йыймағыҙ, ҡойолғандарын алмағыҙ. Уларҙы фәҡирҙәргә һәм мосафирҙарға ҡалдырығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Баҡсағыҙҙағы йөҙөмдө лә тотош йыйып алмағыҙ, ҡойолғандарын алмағыҙ. Уларҙы фәҡирҙәргә һәм мосафирҙарға ҡалдырығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Баҡсағыҙҙағы йөҙөмдө лә тотош йыймағыҙ, ҡойолғандарын алмағыҙ. Уларҙы фәҡирҙәргә һәм мосафирҙарға ҡалдырығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 19:10
16 Referencias Cruzadas  

Зәйтүн ағасынан емештәрен Ҡойоу өсөн ағас нисек һелкетелһә, Уңышын йыйғас, ҡыуаҡта Нисә бөртөк йөҙөм ҡалһа, Донъя халыҡтары шулай ҡалыр.


Зәйтүн ағасын һелкеткәндән һуң Иң башында ике-өс бөртөк ҡалған һымаҡ, Суҡ ботаҡта дүрт-биш емеш ҡалған һымаҡ Бик аҙ кеше иҫән ҡалыр». Исраилдың Аллаһы Раббы шулай тип белдерә.


Был шәмбе йылында ерҙә нимә үҫеп сыға, шул һеҙгә ашарға ризыҡ булыр; үҙеңә лә, ҡолоңа ла, ҡолиәңә лә, ялсыңа ла, арағыҙҙа йәшәгән килмешәккә лә,


Ҡайғы миңә! Йәйге уңыш йыйып алынғас, Йөҙөм ҡыуағында бер тәлгәш емеш таба алмаған, Иртә өлгөргән инжирҙән бер бөртөк тә Ауыҙ итә алмаған кешеләй булдым.


Ҡараҡ төштөмө әллә өйөңә, Әллә төнгө бурҙар керҙеме, Ниңә шулай бер нәмәһеҙ ҡалдың? Улар ҙа бит тик кәрәген генә алыр ине. Йөҙөм йыйыусылар баҡсаңа ингән хәлдә лә, Бер аҙ йөҙөм ҡалдырмаҫ инеме ни?


Йөҙөм йыйыусылар килгән хәлдә лә, Бер аҙ йөҙөм ҡалдырмаҫ инеме ни? Төндә ҡараҡтар инһә лә, кәрәк тиклем генә алыр ине.


Гидғон уларға: – Һеҙҙең эшегеҙ менән сағыштырғанда, минең эшем нимә генә ул? – тип ҡаршы төштө. – Әфраим йыйған ҡалдыҡ йөҙөм Авиғәзәрҙең бөтә йөҙөм уңышынан артығыраҡ түгелме?


Иген баҫыуығыҙҙың уңышын йыйған ваҡытта ситенә тиклем урмағыҙ һәм ҡалған башаҡтарҙы сүпләмәгеҙ.


Урлашмағыҙ, ялғанламағыҙ, бер-берегеҙҙе алдамағыҙ.


Иген баҫыуығыҙҙың уңышын йыйған ваҡытта, ситенә тиклем урып бөтөрмәгеҙ, ҡалған башаҡтарҙы сүпләмәгеҙ. Уларҙы фәҡирҙәргә һәм килмешәктәргә ҡалдырығыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.


Ураҡ мәлендә баҫыуыңда берәй көлтә онотолоп ҡалһа, уны барып алма. Әйҙә ул килмешәккә, етемгә һәм тол ҡатынға булһын. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һәр эшеңдә Үҙенең фатихаһын бирер.


Зәйтүн ағасыңды һелкетеп емешен ҡойғандан һуң, ботаҡтарын ҡабат тикшермә. Емештәре килмешәккә, етемгә һәм тол ҡатынға ҡалһын.


Бер көндө Моав ҡыҙы Рут Ноғомиға: – Рөхсәт итһәң, мин, баҫыуға сығып, берәй мәрхәмәтле кеше артынан башаҡ йыйып ҡайтыр инем, – тине. – Бар, ҡыҙым, – тине Ноғоми.


Мин Аллағыҙ Раббымын. Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ һәм изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен. Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән ниндәй ҙә булһа йәнлек менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.


Бишенсе йылда иһә ул ағастың емешен ашай алаһығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, уңышығыҙ артҡандан арта барасаҡ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Йөҙөм баҡсаңда емеш йыйғанда ҡалған йөҙөмөңдө артыңдан йыйып алма: килмешәккә, етемгә һәм тол ҡатынға ҡалһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios