Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -

Левиҙәр 12:8 - Изге Яҙма

8 Әгәр ҙә ҡатындың һарыҡ бәрәсе ҡорбан итергә хәленән килмәһә, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алһын: береһе тотош яндырыу ҡорбанына, икенсеһе гонаһ ҡорбанына булыр. Былар менән ҡаһин ҡатынды паклар һәм ул таҙа булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

Изге Яҙма

Левиҙәр 12:8
14 Referencias Cruzadas  

Әгәр ҙә ул кешенең һарыҡ йәки кәзә килтерергә хәленән килмәһә, гонаһы өсөн Раббыға ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып килһен. Уларҙың береһе гонаһ ҡорбаны, икенсеһе тотош яндырыу ҡорбаны булыр.

Тәкәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы кеүек үк, ҡорбан усағында яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.

Әгәр ҙә тотош яндырыу ҡорбаны ҡош икән, Раббыға алатуба йәки күгәрсен балаһы килтерелһен.

Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.

Һигеҙенсе көндө ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып, уларҙы Осрашыу сатыры ауыҙына килтерһен һәм ҡаһинға бирһен.

Һигеҙенсе көндө, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып, Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына килһен һәм уларҙы ҡаһинға бирһен.

Ғайса, Алла йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы.

Ҡаһин был ҡорбандарҙы Раббы ҡаршыһында ғәмәл ҡылһын һәм ҡатынды паклаһын; ҡатын ҡаны ағыуҙан таҙарыныр. Был – ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатындар өсөн ҡағиҙә.

Раббы Муса менән Һарунға былай тине:

Әгәр кеше ярлы булһа һәм быларҙы алырға хәленән килмәһә, пакланыу өсөн ғәйеп ҡорбаны булараҡ күтәреп күрһәтергә һарыҡтың бер тәкә бәрәсе, икмәк саҙаҡаһы булараҡ зәйтүн майына бутап, ундан бер эфа иң яҡшы он, бер лог зәйтүн майы һәм, хәленән килгәнсә, береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы килтерһен.

Әгәр ҙә ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алырға хәленән килмәһә, эшләгән гонаһы өсөн иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн гонаһ ҡорбаны итеп килтерһен. Әммә уның өҫтөнә зәйтүн майы ҡоймаһын, хуш еҫле сайыр ҙа һалмаһын, сөнки был – гонаһ ҡорбаны.

Ҡаһин береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп салыр һәм ағынтыһы булған кешене Раббы ҡаршыһында паклау йолаһын башҡарыр.

Síguenos en:

Anuncios

Anuncios