Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 10:9 - Изге Яҙма

9 – Үҙең дә, улдарың да Осрашыу сатырына шарап йәки башҡа иҫерткес эсемлектәр эсеп инмәгеҙ, юҡһа үлерһегеҙ. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 – Үҙең дә, улдарың да Осрашыу сатырына шарап һәм хәмер эсеп инмәгеҙ, юҡһа үлерһегеҙ. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 – Үҙең дә, улдарың да Осрашыу сатырына шарап йәки башҡа иҫерткес эсемлектәр эсеп инмәгеҙ, юҡһа үлерһегеҙ. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 10:9
17 Referencias Cruzadas  

Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр.


ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы булырға һәм тыныслыҡ һөйөргә,


Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да түгел,


Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ.


Эске ихатаға керергә кәрәк булғанда бер ҡаһин да шарап эсмәһен.


Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр ҙә Иҫерешеп тәнтерәкләп йөрөп ята. Уларҙы шарап еңгән, хәмер аҡылдарын алған. Улар күргән күренмештәр ялған, Хөкөмдә сығарған ҡарарҙары яңылыш.


Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ихтирамға лайыҡ булырға,


ул шарап һәм хәмер эсеүҙән тыйылырға, шараптан йәки иҫерткес эсемлектән әҙерләнгән һеркәне ҡулланмаҫҡа, йөҙөм һутын эсмәҫкә, йөҙөмдөң яңы өҙөлгәнен дә, киптерелгәнен дә ашамаҫҡа тейеш.


Әйткәндәй, инде ҡоро һыу ғына эсмә, ашҡаҙаныңды һаҡлау һәм йыш ауырымаҫ өсөн аҙ ғына шарап та эс.


Шарап – мәсхәрәгә ҡалдыра, хәмер – шаштыра, уларға алданғандар – ахмаҡ.


Ҡаһин уларҙы, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында күтәреп күрһәтер: улар изге һанала һәм күтәреп күрһәтелгән түш менән саҙаҡа итеп килтерелгән бот ҡаһиндың өлөшө була. Ошонан һуң нәзир шарап эсә ала.


Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә был: эс майы ла, ҡан да ашамағыҙ.


Раббы Һарунға былай тине:


Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios