Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 10:12 - Изге Яҙма

12 Муса Һарунға һәм уның иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға: – Раббыға бағышланған ут ҡорбандарынан ҡалған икмәк саҙаҡаһынан сөсө икмәк бешерегеҙ ҙә уларҙы ҡорбан усағы янында ашағыҙ, сөнки был саҙаҡа – изгеләрҙән-изге.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Муса Һарунға һәм уның иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға: – Раббыға бағышланған ут ҡорбандарынан ҡалған икмәк саҙаҡаһынан сөсө икмәк бешереп ҡорбан усағы янында ашағыҙ, сөнки ул – изгеләрҙән-изге.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Муса Һарунға һәм уның иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға: – Раббыға бағышланған ут ҡорбандарынан ҡалған икмәк саҙаҡаһынан сөсө икмәк бешерегеҙ ҙә уларҙы ҡорбан усағы янында ашағыҙ, сөнки был саҙаҡа – изгеләрҙән-изге.

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 10:12
14 Referencias Cruzadas  

Бындай кеше Алланың ризығы – Уға килтерелгән изгеләрҙән-изге һәм изге саҙаҡаларҙы ашай ала,


Икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары – уларҙың ризығы. Исраил ерендә Раббыға бағышланған бөтә нәмә уларҙыҡы булыр.


Мейестә, көршәктә йәки йәйләүҙә бешерелгән барса икмәк саҙаҡаһы – ҡорбан йолаһын башҡарған ҡаһинға.


Сөсө икмәк, зәйтүн майына баҫылған күмәс, зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына сөсө көлсәләр ал – улар бөтәһе лә иң яҡшы бойҙай ононан бешерелһен.


Һарун Ғамминадавтың ҡыҙы, Нахшондың һеңлеһе Әлишевағты ҡатынлыҡҡа алды. Әлишевағ уға Надав, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар атлы улдар табып бирҙе.


Уны изге урында ашағыҙ, сөнки был – Раббы өсөн бирелгән ут ҡорбандарынан һинең һәм улдарыңдың өлөшө. Миңә шундай бойороҡ бирелде.


Һарундың улдары: Надав – баш бала, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар.


Уларҙы ҡаһинлыҡҡа бағышлағанда һәм изгеләндергәндә гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән ҡорбандарҙы улар үҙҙәре ашарға тейеш. Сит кеше быны ашай алмай, сөнки ул нәмәләр – изге.


Ул Һарун менән улдарына булыр. Уны изге урында ашаһындар, сөнки улар Раббыға бағышланған ут ҡорбандарының изгеләрҙән-изгеһе, Һарун улдарының мәңгелек өлөшө.


Леви Ҡоре Имна улы, Көнсығыш ҡапҡа һаҡсыһы, Аллаға арнап үҙ ихтыяры буйынса килтерелгән бүләктәр өсөн яуаплы була, Раббыға килтерелгән һәм изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙы Раббы хеҙмәтендәгеләргә өләшә.


Буккий – Авишуағ, Авишуағ – Пинхас, Пинхас – Әлғазарҙың улы. Әлғазар – баш ҡаһин Һарундың улы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios