Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Левиҙәр 1:1 - Изге Яҙма

1 Раббы Осрашыу сатырынан Мусаны саҡырып, уға былай тине:

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Раббы, Мусаны саҡырып, Осрашыу сатырынан уға былай тине:

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Раббы Осрашыу сатырынан Мусаны саҡырып, уға былай тине:

Ver Capítulo Copiar




Левиҙәр 1:1
19 Referencias Cruzadas  

Муса тауға Алла хозурына күтәрелде. Раббы уға тауҙан былай тип өндәште: – Әйт Яҡуп нәҫеленә, Исраил халҡына белдер:


Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.


Был тотош яндырыу ҡорбанын Осрашыу сатырына ингән урында, Раббы хозурында, быуындан-быуынға, даими рәүештә килтерегеҙ. Мин унда исраилдар менән осрашырмын, һинең менән һөйләшермен.


Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.


Муса, Раббы менән һөйләшер өсөн Осрашыу сатырына ингән саҡта, Килешеү һандығына ябылған ҡапҡастың өҫтөндәге ике кируб араһынан үҙенә өндәшкән тауыш ишетер булды. Раббы шулай Муса менән һөйләшә ине.


Шулай итеп, Изге торлаҡ – Осрашыу сатыры эшләнеп бөттө. Исраил халҡы бөтәһен дә тап Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләне.


Муса тупламдан ситкәрәк китеп сатыр ҡорҙо һәм уны «осрашыу сатыры» тип атаны. Раббынан берәй нәмә һорарға теләгән һәр кем тупламдан ситтә ҡоролған ул сатырға килә ине.


Раббы Мусаға: – Минең эргәмә тау башына мен, – тине. – Унда Мин, Үҙемдең ҡанун һәм бойороҡтарымды ике таҡтаташҡа яҙып, халыҡҡа еткереү өсөн һиңә бирермен.


Синай сүлендәге Синай тауында Раббы Исраил халҡының Үҙенә ҡорбандар килтерергә тейешлеге хаҡында Мусаға бына шуларҙы бойорҙо.


Унан тотош яндырыу ҡорбанын тәҡдим итте, йолаһы буйынса ғәмәл ҡылды.


Раббы, Мусаның яҡын килгәнен күреп, ҡыуаҡ эсенән: – Муса, Муса! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тине тегеһе.


Осрашыу сатыры алдына тотош яндырыу ҡорбаны усағын урынлаштырҙы һәм уның өҫтөндә тотош яндырыу ҡорбаны һәм икмәк саҙаҡаһы килтерҙе. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.


Исраилдарҙың Мысырҙан сығыуының икенсе йылында, икенсе айҙың беренсе көнөндә Синай сүлендә, Осрашыу сатырында Раббы Мусаға былай тине:


тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс;


Аллағыҙ Раббының ҡорбан усағын шымартылмаған, бөтөн таштарҙан яһағыҙ һәм унда Аллағыҙ Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерегеҙ.


Үҙенең тотош яндырыу ҡорбанын яндырҙы, икмәк саҙаҡаһы, түкмә ҡорбан килтерҙе, ҡорбан усағына татыулыҡ ҡорбанының ҡанын һирпте.


Йыйын килтергән ҡорбандар һаны түбәндәгесә була: етмеш үгеҙ, йөҙ һарыҡ тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ бәрәсе – былар барыһы ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios