Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Хаваҡҡуҡ 2:6 - Изге Яҙма

6 Ләкин әсиргә алынғандар бөтәһе бергә: «Кеше иҫәбенә байыусыға, Аманатты үҙләштереүсегә – ҡайғы, Ғүмер буйы дауам итмәҫ был», – тип Унан көлөр, мыҫҡыл итер.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Ләкин әсиргә алынғандар бөтәһе бергә: «Кеше иҫәбенә байыусыға, Аманатты үҙләштереүсегә – ҡайғы, Ғүмер буйы дауам итмәҫ был», – тип Унан көлөр, мыҫҡыл итер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Ләкин әсиргә алынғандар бөтәһе бергә: «Кеше иҫәбенә байыусыға, Аманатты үҙләштереүсегә – ҡайғы, Ғүмер буйы дауам итмәҫ был», – тип Унан көлөр, мыҫҡыл итер.

Ver Capítulo Copiar




Хаваҡҡуҡ 2:6
25 Referencias Cruzadas  

Ул көндө һеҙҙе ғибрәт итеп һөйләрҙәр, Хәсрәтле йыр һүҙҙәрен ҡабатлап үсекләрҙәр: „Таланылар беҙҙе, таланылар! Минең халҡымдың өлөшөн һаталар! Ҡайғы беҙгә! Еребеҙ тартып алына! Баҫыуҙарыбыҙҙы беҙҙе әсиргә алғандарға өләшәләр“.


Раббының нәфрәте арҡаһында Бер кем дә йәшәмәҫ унда, буп-буш ҡалыр. Бабил аша үткән һәр кемдең ҡото алыныр, Уның яраларына аптырап һыҙғырып ҡуйыр.


Шул арҡала Йәһүҙәнән Бабилға һөргөнгә ҡыуып килтерелгәндәр араһында: Раббы һине Бабил батшаһы утта яндырған Сидкияһ менән Ахав көнөнә төшөрһөн! тигән ҡарғыш йәшәп ҡаласаҡ.


Билғам пәйғәмбәрлек итте: «Балаҡ мине Арамдан, Моав батшаһы көнсығыштағы тауҙарҙан саҡырҙы. „Кил, минең өсөн ләғнәт уҡы Яҡупҡа, Кил, Исраилға ҡарғыш һал!“ – тине.


Тиҙҙән бөтә нәмәнең аҙағы етәсәк. Шуға күрә, һәр ваҡыт доға ҡыла алыу хәлендә булыр өсөн, тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.


Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.


Милләттәр үҙҙәрен юҡҡа йонсоталар, Халыҡтарҙың бөтә хеҙмәт емештәре – утҡа аҙыҡ булыр. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы хәл иткән инде.


Халдейҙар уларҙы ҡармаҡҡа ҡаптыра, Ау һала, мурҙа ҡора, Шунан йәм таба, шатлана.


Ҡаһарман башлыҡтар үлеләр донъяһынан Мысыр һәм уға терәк булғандар тураһында: «Улар төштө, ҡылыс менән үлтерелгән сөннәтһеҙҙәр инде бында ята», – тип әйтер.


Ризыҡ булмаған нәмәгә ни өсөн аҡса сарыф итергә? Эшләп тапҡанығыҙҙы ни өсөн Тамаҡ туйҙырмаған нәмәгә әрәмләргә? Мине диҡҡәт менән тыңлағыҙ: Иң затлы ризыҡты ауыҙ итерһегеҙ, Һыйлы аҙыҡҡа ләззәтләнерһегеҙ.


Был көл ашау һымаҡ буш эш. Алданған йөрәге уны аҙаштыра, Ул үҙен ҡотҡара алмаҫ. «Уң ҡулымдағы был нәмә Алдатҡыс түгелме?» – тимәҫтәр.


Байлыҡ арттырыр өсөн ярлыны рәнйетеүсе, байға ришүәт биреүсе бөлгөнлөккә төшөр.


Сөнки Раббы – бөйөк Алла, Барса илаһтар өҫтөнән бөйөк Батша.


Билғам, пәйғәмбәрлек итеп, былай тине: «Эй Балаҡ, тор ҙа тыңла мине, Әйткәндәремә ҡолаҡ һал, Сиппор улы.


Сөнки ул: „Быны мин ҡулымдың көсө, Зирәк аҡылым менән эшләнем, Сөнки мин аҡыллымын: Халыҡтарҙы айырған сиктәрҙе юҡ иттем, Хазиналарын талап алдым, Батшаларҙы үгеҙ кеүек тәхеттән һөҙөп төшөрҙөм.


«Ҡаланы ҡан өҫтөндә төҙөгәнгә, Ҡәлғәне яуызлыҡ менән һалғанға ҡайғы!»


Өй өҫтөнә өйҙәр алғандарҙың, Баҫыуға баҫыу ҡушҡандарҙың башына ҡайғы! Инде башҡаларға урын ҡалмай бара! Әллә был илдә тик һеҙ йәшәйһегеҙме?


Хаҡһыҙ юл менән байлыҡ туплаған әҙәм Үҙе һалмаған йомортҡаны баҫҡан ағуна кеүек: Ғүмер уртаһында бөтә мөлкәтенән яҙыр, Ахырында – алйот булып ҡалыр».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios