Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Хаваҡҡуҡ 2:5 - Изге Яҙма

5 Байлыҡ алдатҡыс ул, Уның артынан ҡыуыусы тынғы белмәй. Ауыҙы уның үлеләр донъяһы кеүек асыҡ, Үлем һымаҡ, һаман туйыу белмәҫ. Бөтә халыҡтарҙы үҙенә йыя, Барлыҡ ҡәүемдәрҙе үҙенә туплай».

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Байлыҡ алдатҡыс ул, Уның артынан ҡыуыусы тынғы белмәй. Ауыҙы уның үлеләр донъяһы кеүек асыҡ, Үлем һымаҡ, һаман туйыу белмәҫ. Бөтә халыҡтарҙы үҙенә йыя, Барлыҡ ҡәүемдәрҙе үҙенә туплай.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Байлыҡ алдатҡыс ул, Уның артынан ҡыуыусы тынғы белмәй. Ауыҙы уның үлеләр донъяһы кеүек асыҡ, Үлем һымаҡ, һаман туйыу белмәҫ. Бөтә халыҡтарҙы үҙенә йыя, Барлыҡ ҡәүемдәрҙе үҙенә туплай».

Ver Capítulo Copiar




Хаваҡҡуҡ 2:5
33 Referencias Cruzadas  

Үлеләр донъяһы менән Һәләкәт урыны туймаған һымаҡ, кешенең күҙе лә туймай.


Шарап – мәсхәрәгә ҡалдыра, хәмер – шаштыра, уларға алданғандар – ахмаҡ.


Табын ҡоролған, Келәмдәр түшәлгән, ашап-эсәләр… Тороғоҙ, эй ғәскәр башлыҡтары, Ҡалҡандарығыҙҙы майлағыҙ!


«Моавтарҙың ғорурланып шашҡандарын, Мин-минлеген, тәкәбберләнгәндәрен ишеттек. Әммә улар бушҡа маҡтаналар.


Өй өҫтөнә өйҙәр алғандарҙың, Баҫыуға баҫыу ҡушҡандарҙың башына ҡайғы! Инде башҡаларға урын ҡалмай бара! Әллә был илдә тик һеҙ йәшәйһегеҙме?


Әҙәмдәрҙең – ғорурлығы, Бәндәнең тәкәбберлеге түбәнһетеләсәк. Ул көндө бары тик Раббы юғары күтәреләсәк.


Байлыҡ артҡан һайын уны ҡулланыусылар ҙа арта. Байлыҡ эйәһенә унан ни файҙа? Байлығына ҡарап ҡына ҡәнәғәтләнергә ҡала.


Был ғилемең хайран минең өсөн, Аң-зиһенем етмәҫлек юғары.


Һин нимә, эдомдарҙы тар-мар иттем, тип эреләнеп киттеңме? Шул еңеүеңә ҡәнәғәт булып, өйөңдә генә ултыр. Нишләп бәлә саҡыраһың? Үҙең дә, һинең менән бергә Йәһүҙә лә тар-мар ителәсәк бит».


Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә», – тип әйтелгән.


Беҙ ҡушҡанса, тырышлыҡ һалып тыныс йәшәгеҙ, үҙ эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ һәм эшегеҙҙе үҙ ҡулдарығыҙ менән башҡарығыҙ.


Ҡара, был әҙәм һауалы, ниәте яҡшы түгел; Ә тәҡүә кеше тоғро булыуы арҡаһында йәшәр.


Әммә улар ҡыҙышып киткәс, Табын ҡорормон, иҫертермен, Әйҙә, кәйефләнһендәр, Мәңгелек йоҡоға талһындар ҙа Башҡа уянмаһындар, – тип белдерә Раббы. –


«Уҡсыларҙы, ян керешен киргәндәрҙе Һәммәһен саҡырығыҙ Бабилға ҡаршы. Уны уратып алһындар, ҡасып ҡотолғандар булмаһын. Ҡылғандарына күрә күрһәтегеҙ уға, Үҙе нимә эшләгән, шуны эшләгеҙ, Сөнки Раббыға – Исраилдың Изгеһенә ҡаршы Ул тәкәббер баш күтәрҙе.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Тәкәббер, эре әҙәм – исеме уның «хаяһыҙ», үҙен башҡаларҙан үтә өҫтөн тотор.


Ана, үлеләр донъяһы боғаҙ кирҙе, Ауыҙын сикһеҙ киң итеп асты: Йәрүсәлимдең арҙаҡлылары ла, ябай халҡы ла, Кәйеф-сафа һөйөүселәр ҙә – барыһы шунда олағыр.


Ҡотороноп, ул таяҡ халыҡтарҙы туҡтауһыҙ туҡмай, Ярһып, ҡәүемдәрҙе аяу белмәй иҙә, Рәхимһеҙ эҙәрләй ине.


Халдейҙар уларҙы ҡармаҡҡа ҡаптыра, Ау һала, мурҙа ҡора, Шунан йәм таба, шатлана.


Ауҙарын бер туҡтауһыҙ бушатып, Ҡәүемдәрҙе аяуһыҙ ҡырыуын дауам итерме?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios