Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Хаваҡҡуҡ 2:2 - Изге Яҙма

2 Раббы миңә былай тип яуап бирҙе: «Күренмеште таҡтаташҡа асыҡ итеп уйып яҙ, Хатта уны йүгереп барған кеше лә уҡырлыҡ булһын.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Раббы миңә былай тип яуап бирҙе: – Күренмеште таҡтаташҡа асыҡ итеп уйып яҙ, Хатта уны йүгереп барған кеше лә уҡырлыҡ булһын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Раббы миңә былай тип яуап бирҙе: «Күренмеште таҡтаташҡа асыҡ итеп уйып яҙ, Хатта уны йүгереп барған кеше лә уҡырлыҡ булһын.

Ver Capítulo Copiar




Хаваҡҡуҡ 2:2
18 Referencias Cruzadas  

Раббы миңә әйтте: – Инде бар, әйткәндәремде Таҡтаташҡа сүке, төргәк китапҡа яҙ. Улар киләсәк ваҡыттар өсөн Мәңгелеккә шаһитнамә булып ҡалһын.


Мин күктән үҙемә өндәшкән тауышты ишеттем: – Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, – ти Рух.


Шул көндө үк Муса был йырҙы яҙып алды һәм Исраил халҡына өйрәтте.


Ә һин, Даниил, китапты мисәтләп ҡуй, был һүҙҙәрҙе ахыр көндәргә тиклем сер итеп һаҡла. Күп кешеләр шул ауыр осорҙоң асылына төшөнмәксе булып эҙләнеп йөрөр, яуызлыҡ ишәйер.


Раббы миңә былай тине: – Яҙыр өсөн бер ҙур таҡта ал да унда кеше уҡырлыҡ итеп «Маһер-Шалал-Хаш-Баз» тип яҙ.


Таштарға был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә аңлайышлы итеп яҙығыҙ.


Ә хәҙер үҙегеҙгә был йырҙың һүҙҙәрен яҙып алығыҙ һәм исраилдарға өйрәтегеҙ: әйҙә уны ҡабатлаһындар. Был йыр уларға ҡаршы Минең шаһитым булһын.


Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.


Ошондай өмөтөбөҙ булғанға, беҙ ҙур тәүәккәллек менән эш итәбеҙ.


Әммә берҙәмлектә бер кем дә аңламаған ун меңләгән һүҙ әйтеүгә ҡарағанда, башҡаларға нәсихәт биреү өсөн аҡыл менән биш һүҙ әйтеүҙе яҡшыраҡ тип һанайым.


Изге Яҙмалағы бөтә нәмә, беҙ унан ала торған сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын тип, нәсихәт биреү өсөн яҙылған.


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һиңә һөйләгәндәремдең бөтәһен дә бер төргәк китапҡа теркәп ҡуй.


Бабил батшаһы Белшассар идара иткәндең беренсе йылында Даниил төндә үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡанда төш күрҙе. Ул төшөн яҙып ҡуйҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios