Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Хаваҡҡуҡ 1:9 - Изге Яҙма

9 Барыһының да уйында – золом, Көнсығыш еле һымаҡ еләләр, Әсирҙәрҙе ҡом һымаҡ һепереп баралар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Барыһының да уйында – золом, Көнсығыш еле һымаҡ еләләр, Әсирҙәрҙе ҡом һымаҡ һепереп баралар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Барыһының да уйында – золом, Көнсығыш еле һымаҡ еләләр, Әсирҙәрҙе ҡом һымаҡ һепереп баралар.

Ver Capítulo Copiar




Хаваҡҡуҡ 1:9
22 Referencias Cruzadas  

Ишағыяһ пәйғәмбәр иһә Исраил тураһында былай тип белдерә: «Исраилдарҙың һаны диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, уларҙың аҙҙары ғына ҡотолор.


Башҡаларҙың ил-йорттарын баҫып алыр өсөн Донъяның дүрт тарафын айҡап сапҡан Аяуһыҙ һәм етеҙ ҡәүем халдейҙарҙы күтәрәм.


Әфраим үҙ туғандары араһында Иң түллеһе булһа ла, Көнсығыш еле, сүллектән иҫкән Раббы еле күтәрелер: Шул саҡ инештәре кибер, Шишмәләре ҡороп ҡалыр. Хазинаһы юҡҡа сығыр, Бар зиннәттәренән яҙыр».


Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр.


Әммә уны, асыу менән Йолҡоп сығарып, ергә аттылар. Шәреҡ еле уны ҡоротто, Емештәре йолҡоп алынды, Көслө ботаҡтары һулыны, Уларҙы ут ялманы.


Бына, ул ултыртылған, әммә имен генә үҫә алырмы? Көнсығыш еле ҡағылыу менән ҡороп ҡалмаҫмы? Әллә үҫеп сыҡҡан урынында һулып ҡалырмы?»


Бына, Мин, бойороҡ биреп, уларҙы был ҡалаға кире килтерәм, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡалаға һөжүм итер, баҫып алыр, ут төртөр. Йәһүҙә ҡалаларын бер кем дә йәшәмәгән бушлыҡҡа әйләндерәм“».


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Тол ҡатындарын диңгеҙ ҡомонан да күберәк итермен. Егеттәрҙең әсәләренә ҡаршы Көпә-көндөҙ талаусылар ебәрермен. Көтмәгәндә баштарына дәһшәт менән шом һалырмын.


Ул ваҡытта был халыҡҡа һәм Йәрүсәлимгә Раббы былай тип әйтер: – Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтарҙан бисара халҡым яғына көйҙөргөс ел иҫә, әммә ашлыҡты елгәреп сүптән таҙартыу өсөн түгел.


Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр.


Ул Үҙ халҡын былай язаланы: Ҡыуып һөргөнгә ебәрҙе. Көнсығыштан иҫкән көслө ел һымаҡ Ҡеүәтле һулышы менән ситкә ҡыуҙы.


„Ғүмерем оҙон, көндәрем ҡом саҡлы булыр, Үҙ оямда үлермен, – тип ышандым. –


Мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм көнсығыш халҡы үҙәндә саранча һымаҡ күмәк ине. Дөйәләре лә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ.


Ул диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул тиклем күп иген йыйҙы – хатта иҫәп алып барыуҙан туҡтаны, сөнки һанап бөтөрлөк түгел ине.


Шул осорҙа Арам батшаһы Хазаил Ғаҫ ҡалаһына һөжүм итеп, уны ҡулға төшөрҙө, унан Йәрүсәлимгә һөжүм итергә булды.


Ул, тотош батшалығының бөтә ҡеүәтен туплап, көньяҡ батшалыҡҡа эйә булырға ниәтләнеп, үҙенең дошманы менән килешеү төҙөшөр һәм, уны харап итер өсөн, ҡыҙын уға кейәүгә бирер, ләкин был маҡсаты барып сыҡмаҫ, бынан уға бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.


Ауҙарын бер туҡтауһыҙ бушатып, Ҡәүемдәрҙе аяуһыҙ ҡырыуын дауам итерме?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios