Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Хаваҡҡуҡ 1:16 - Изге Яҙма

16 Шул арҡала ауҙарына арнап ҡорбан сала, Мурҙаһына бағышлап хуш еҫ төтәтә, Шул ҡорамалдар арҡаһында мул йәшәй, Шул арҡала тәмле ашап ләззәтләнә.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Шул арҡала ауҙарына арнап ҡорбан сала, Мурҙаһына бағышлап хуш еҫ төтәтә, Шул ҡорамалдар арҡаһында мул йәшәй, Шул арҡала тәмле ашап ләззәтләнә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Шул арҡала ауҙарына арнап ҡорбан сала, Мурҙаһына бағышлап хуш еҫ төтәтә, Шул ҡорамалдар арҡаһында мул йәшәй, Шул арҡала тәмле ашап ләззәтләнә.

Ver Capítulo Copiar




Хаваҡҡуҡ 1:16
11 Referencias Cruzadas  

Юлындағы бар нәмәне ел һымаҡ һепереп уҙа, Ҡеүәттәрен үҙҙәренә алла иткән был әҙәмдәр Ғәйепле, улар язанан ҡаса алмаҫтар».


Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.


Эйе, Даниилдан аҡыллыраҡһың; Һинән йәшерен бер ниндәй сер юҡ.


«Был байлыҡты үҙ тырышлығым һәм ҡул көсөм менән таптым», – тип уйлама.


Уларға һөйлә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй йылға-ҡултыҡтарың эсендә ятҡан олоғара аждаһа, Мысыр батшаһы фирғәүен, Мин һиңә ҡаршымын. Һин: „Нил йылғаһы минеке, уны үҙем өсөн яһаным“, – тип әйтәһең.


Хеҙмәтселәрең арҡылы бөйөк Хакимды хурланың, „Иҫәпһеҙ яу арбаларым менән Тауҙарҙың үренә мендем, Ливан арҡаларына артылдым. Бейек кедр ағастарын, Һайландыҡ кипаристарҙы ҡырҡтым, Иң бейек түбәһенә, ҡуйы урмандарына олғаштым.


Ни өсөн һеҙ үҙ ҡулдарығыҙ эшләгән боттарығыҙ менән Мине асыуландыраһығыҙ, үҙегеҙ йәшәргә тип килгән Мысыр ерендә сит илаһтарға хуш еҫ төтәтәһегеҙ? Былай бит һеҙ үҙегеҙҙе һәләк итәһегеҙ. Ерҙәге бөтә ҡәүемдәрҙең ҡарғыш һәм мәсхәрәһенә дусар буласаҡһығыҙ!


Беҙ нәҙер иткәндәребеҙҙең барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ: Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүебеҙҙе, уға түкмә ҡорбан килтереүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа, батшаларыбыҙ һәм түрәләребеҙ ҙә Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шулай эшләй торғайныҡ. Ул ваҡытта туҡ, бәхетле булдыҡ, бәлә-ҡаза күрмәнек.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios