Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Хаваҡҡуҡ 1:13 - Изге Яҙма

13 Һинең саф ҡарашың залимлыҡҡа ҡарар өсөн түгел, Яуызлыҡҡа түҙә алмайһың Һин. Шулай булғас, был мәкерлеләргә нисек ҡарайһың, Яуыз ғәйепһеҙҙең башын ашағанда өндәшмәйһең?

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Һинең саф ҡарашың залимлыҡҡа ҡарар өсөн түгел, Яуызлыҡҡа түҙә алмайһың Һин. Шулай булғас был мәкерлеләргә нисек ҡарайһың, Яуыз ғәйепһеҙҙең башын ашағанда өндәшмәйһең?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Һинең саф ҡарашың залимлыҡҡа ҡарар өсөн түгел, Яуызлыҡҡа түҙә алмайһың Һин. Шулай булғас, был мәкерлеләргә нисек ҡарайһың, Яуыз ғәйепһеҙҙең башын ашағанда өндәшмәйһең?

Ver Capítulo Copiar




Хаваҡҡуҡ 1:13
37 Referencias Cruzadas  

Мөхәббәтең хаҡына, эй Алла, ҡыҙған мине, Сикһеҙ рәхим-шәфҡәтеңә күрә яҙыҡ эштәремде юйып ташла.


хәҙер һеҙҙән – бер ғәйепһеҙ кешене өйөнә инеп, түшәгендә үлтереп сыҡҡан йүнһеҙ бәндәләрҙән – уның ҡаны өсөн ҡон ҡайтармам, ер йөҙөнән юҡ итмәм, тип уйлайһығыҙмы?


Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


Быларҙан һуң да, йә Раббы, Үҙеңде тыйып торорһоңмы? Өндәшмәйенсә беҙҙе самаһыҙ ғазапларһыңмы?


Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөткәс, һиңә хыянат итерҙәр.


Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»


Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.


Мәңгелек харабаларға табан атла, Күр, дошман Изге торлағыңдағы бар нәмәне ватҡан.


Шул саҡ дөрөҫ килтерелгән ҡорбандарҙан, Тотош яндырыу һәм яндырыу ҡорбандарынан хушланырһың. Шул саҡ ҡорбан усағыңда үгеҙҙәр ҡорбан ителер.


Ҡара, хатта Үҙенең фәрештәләренә ышанмаған, Күктең сафлығын мөрхәтһенмәгән Алла


Шундай көндә өндәшмәй ҡалһаң, йәһүдтәргә ярҙам һәм ҡотолоу икенсе яҡтан килер, ә һин һәләк булырһың, һинең менән бергә ата йортоң ҡорор. Кем белә, бәлки, һин тап ошондай ваҡыт өсөн батшабикә булғанһыңдыр.


Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.


Ни өсөн яуыздар йәшәй, Өлкәнәйгән һайын ҡеүәттәре арта бара?


Һинең тоғро мөхәббәтең күҙ алдымда, Мин Һиңә һәр саҡ тоғромон.


Ерҙең иң ситенән беҙ йыр ишетербеҙ: «Хаҡлыҡ эйәһенә дан-шөһрәт!» Тик мин: «Бөттөм! Бөттөм! Ҡайғы миңә! – тинем. – Хыянатсылар хыянаттарын дауам итер, Эйе, залимдар залимдарса ҡыланыр!»


Ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ҡалыуын Бөйөк Хаким әллә күрмәй тиһегеҙме?


Кешеләрҙе диңгеҙ балығына, Башлыҡтары булмаған һөйрәлеүсегә әйләндерҙең.


Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ, ялған ант итеүҙән баш тартығыҙ. Сөнки Мин быларҙың барыһын да күрә алмайым». Раббы шулай тип белдерә.


Хужаһынан ҡасып һеҙгә һыйынған ҡолдо тотоп хужаһына кире бирмәгеҙ.


Ә Алла уларға ла форсат бирер – Имен-аман йәшәһендәр, Тик йөрөгән юлдарын күҙәтеп торор.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios