Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Хаггай 1:1 - Изге Яҙма

1 Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды:

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды:

Ver Capítulo Copiar




Хаггай 1:1
41 Referencias Cruzadas  

Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Сераяһ, Реғелаяһ, Мордехай, Билшан, Миспәр, Бигуай, Рехум һәм Бағана алып килде. Бына ул исраилдарҙың исемлеге:


Йәрүсәлимдәге Алла йортона килгәндең икенсе йылының икенсе айында Шеалтиил улы Зеруббавел, Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уларҙың ҡәрҙәштәре – ҡаһиндар, левиҙәр, әсирлектән Йәрүсәлимгә ҡайтҡандарҙың һәммәһе эшкә тотондо. Егермеһе тулып үткән левиҙәрҙе Раббы йортон төҙөү барышына күҙәтсе итеп тәғәйенләнеләр.


Йосадаҡ улы Йешуағ, уның ҡаһин ҡәрҙәштәре, Шеалтиил улы Зеруббавел, уның ҡәрҙәштәре бергәләп, Алла бәндәһе Муса ҡанунында яҙылғанса, тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн Исраил Аллаһына ҡорбан усағы эшләй башланы.


Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, туғыҙынсы айҙың егерме дүртенсе көнөндә, Хаггай пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды:


Шеалтиил улы Зеруббавел менән баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ һәм иҫән ҡалған халыҡ Аллалары Раббының әйткәненә, Уның тарафынан ебәрелгән Хаггай пәйғәмбәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалды. Халыҡ Раббынан ҡурҡты.


Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Ғазаръяһ, Рағамъяһ, Нахамани, Мордехай, Билшан, Миспәрәҫ, Бигуай, Нехум һәм Бағана алып килде. Бына ул исраилдарҙың исемлеге:


Раббы Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелдың, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағтың, халыҡтың иҫән ҡалғандарының бөтәһенең рухына ҡеүәт бирҙе һәм улар Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың егерме дүртенсе көнөндә, Аллалары, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йортонда эшкә тотондо.


Шулай итеп, йәһүд аҡһаҡалдары йортто төҙөүен дауам итте һәм, Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәрҙең вәғәздәренән рухланып, уңышҡа өлгәште. Исраил Аллаһы бойороғо, Фарсы батшалары Кир, Дарий һәм Артахшаста фармандарына күрә төҙөлөш эштәре тамам булды.


Айҙың егерме дүртенсе көнөндә Хаггайға йәнә Раббы һүҙе булды:


Ләкин рухыңды нығыт, Зеруббавел, – ти Раббы, – рухыңды нығыт, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ, рухыңды нығыт, был илдең бар халҡы, – тип белдерә Раббы. – Мин һеҙҙең менән, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шуға ла эшләгеҙ.


Йешуағтың улы Йояҡим, Йояҡимдың улы Әлйәшив, Әлйәшивтең улы Йоядағ,


Былар әсирлектән Шеалтиил улы Зеруббавел һәм Йешуағ менән ҡайтҡан ҡаһиндар һәм левиҙәр: Сераяһ, Йермеяһ, Ғөзәйер,


Шунан һуң өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин, халыҡты өйрәтеүсе левиҙәр һәммә кешеләргә: – Был көн – Аллағыҙ Раббы өсөн изге көн, шуға күрә ҡайғырмағыҙ, иламағыҙ, – тине, сөнки ҡанун һүҙҙәрен тыңлап, бар булған халыҡ илай ине.


Тағы бер нәмә: мин Йәһүҙә ерендә өлкә башлығы итеп билдәләнгән көнөмдән башлап – Артахшаста батша хакимлыҡ итә башлағандың егерменсе йылынан алып утыҙ икенсе йылына тиклем – ун ике йыл буйына мин үҙем һәм туғандарым өсөн тейешле булған аҙыҡты алманым.


Йәрүсәлимдә Алла йортон төҙөү эше туҡталды, ул Фарсы батшаһы Дарий хакимлығының икенсе йылына тиклем төҙөлмәй торҙо.


Зеруббавелға һәм нәҫел башлыҡтарына килеп: – Әйҙәгеҙ, Раббы ҡорамын һеҙҙең менән бергә беҙ ҙә төҙөйөк, сөнки беҙ ҙә һеҙҙең Аллаға табынабыҙ. Беҙҙе бында килтергән Ашшур батшаһы Эсар-Хаддон дәүеренән бирле һеҙҙең Аллаға ҡорбан килтерәбеҙ, – тинеләр.


Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине.


Кир батша уларҙы хазина һаҡсыһы Миҫредаҫҡа тапшырҙы. Ә Миҫредаҫ уларҙың һәммәһен дә Йәһүҙә башлығы Шешбассарға бирҙе.


Педаяһтың улдары: Зеруббавел һәм Шимғи. Зеруббавелдың улдары: Мешуллам менән Хананъяһ, уларҙың Шеломиҫ исемле ҡыҙ туғаны була.


Йехонъяһтың улдары: Асир, Малкирам, Педаяһ, Шенассар, Йеҡамъяһ, Һошамағ һәм Недавъяһ. Асирҙың Шеалтиил исемле улы була.


Исраил Аллаһы Раббының Үҙенең ҡоло Юныс пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәренә ярашлы, Яровғам Исраилдың Лево-Хамаҫтан алып Ғарава күленә тиклемге биләмәләрен кире ҡайтарҙы. Юныс Амиттай тигән кешенең улы булып, Ғаҫ-Хефәр ҡалаһынан ине.


Бөтә Исраил халҡы, Раббы Үҙенең ҡоло Ахияһ пәйғәмбәр аша әйткәнсә, баланы ҡәҙерләп ерләне һәм уның өсөн йәш түкте.


Йода – Йоханан улы, Йоханан – Рәса улы, Рәса – Зеруббавел улы, Зеруббавел – Шеалтиил улы, Шеалтиил – Нәри улы,


– Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы Муса. – Икенсе берәүҙе ебәрһәңсе.


Бынан тыш һатыусыларҙан, сауҙагәрҙәрҙән, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшаларҙан, Исраилдың өлкә башлыҡтарынан да килем алынды.


Ул осорҙа Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәр Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән йәһүдтәргә уларҙың өҫтөнән булған Исраил Аллаһы исеменән пәйғәмбәрлек иттеләр.


Шул саҡта уларға Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре килеп: – Был йортто төҙөргә, диуарҙарҙы торғоҙорға һеҙгә кем рөхсәт бирҙе? – тине.


Сит ҡәүемдәрҙән ҡатын алған кешеләр ошолар: Ҡаһиндар нәҫеленән: Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уның ағай-энеләренең нәҫелдәренән: Мағасеяһ, Әлиғәзәр, Ярив һәм Гедалъяһ.


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Был халыҡ, Раббы йортон төҙөргә ваҡыт етмәне әле, – тип әйтә».


Бына Раббы Хаггай пәйғәмбәр аша ошондай һүҙ еткерҙе:


– Йәһүҙәнең өлкә башлығы Зеруббавелға әйт: «Мин күк менән ерҙе һелкетәсәкмен.


Ҡорбанға тип һуҡыр мал килтереү золом түгелме ни? Ҡорбанға тип аҡһаҡ, ауырыу мал килтереү яҡшы эшме ни? Алып барып ҡара әле ошондайҙы түрәңә – мөрхәтһенерме ул? Илтифат күрһәтерме һиңә? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, һигеҙенсе айҙа Ғиддонан тыуған Бәрәхъяһтың улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды:


Шунан Раббы миңә Раббы фәрештәһе алдында баҫып торған баш ҡаһин Йеһошуағты күрһәтте. Йеһошуағтың уң яғында шайтан уны ғәйепләп тора ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios