2 Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды, әммә әсәһе менән атаһы кеүек түгел ине, сөнки атаһының Бәғелгә бағышлап ҡуйҙырған табыныу бағанаһын ватып ташланы.
Йеһу ҡала халҡын йыйып: – Ахав Бәғелгә аҙ хеҙмәт итте, ә мин күберәк хеҙмәт итәсәкмен, – тип иғлан итте. –
Бығаса Ахав һымаҡ бер кемдең дә шул ҡәҙәрле Раббы күҙендә яман булған эштәргә бирелгәне юҡ ине. Ҡатыны Изевел уны гел генә ҡотортоп торҙо.
Уларҙың илаһтарына баш эймә һәм ғибәҙәт ҡылма, был халыҡтарҙың йолалары буйынса эш итмә. Уларҙың илаһтарын юҡ ит һәм табыныу бағаналарын емер.
Амон, атаһы Менашше кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды,
Улын утҡа һалып ҡорбан итте, күрәҙәлек һәм сихыр менән шөғөлләнде, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралашты, Раббы хуш күрмәгән бик күп эштәр ҡылып Уны асыуландырҙы.
Шунан һарайға инеп ашаны, эсте. Һуңынан: – Ул ҡәһәр төшкән ҡатынды ерләгеҙ, нисек кенә булмаһын, батша ҡыҙы бит әле ул, – тип бойорҙо.
– Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс. – Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу.
– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.
Шул рәүешле ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылған һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғамдың юлын ҡыуған өсөн әжерен алды.
Ни өсөн Раббының бойороғон тыңламаның, яумалдарҙы алып ҡалып, Раббы күҙендә яман булған эш ҡылдың?