4 Ильяс Ильясиғинға: – Һин ошонда ҡал, Раббы мине Йерихоға ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп Йерихоға киттеләр.
Ильяс Ильясиғинға: – Һин бында ҡал, Раббы мине Бейт-Илгә ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп Бейт-Илгә киттеләр.
Раббы Йушағ менән бергә булды, һәм Йушағтың даны бөтә илгә таралды.
Ғайса, Йерихоға инеп, уның аша үтеп бара ине.
Әммә малайҙың әсәһе Ильясиғинға: – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән башҡа бынан аҙым да баҫасағым юҡ, – тине. Шунан Ильясиғин уның артынан юлға сыҡты.
Ахав батшалыҡ иткән осорҙа, Бейт-Илдән Хиел тигән кеше Йерихо ҡалаһын ҡайтанан төҙөттө. Хиел ҡала нигеҙен өлкән улы Авирамдың йәне хаҡына, ҡапҡаларын төҙөгәндә кесе улы Сегувтың йәне хаҡына төҙөнө. Шулай итеп, Раббының Нун улы Йушағ аша белдергән һүҙҙәре бойомға ашты.
Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.
Иман юлындағы кешеләр үҙҙәрен илселәрҙең тәғлимәтен өйрәнеүгә, аралашыуға, бергә икмәк бүлешеүгә, доғаға бағышланылар.
– Эй хакимым! Ғүмерең менән ант итәм, хакимым, – тине Ханна. – Яныңда тороп Раббыға ялбарған ҡатын мин.
Раббы Йушағҡа былай тине: – Ҡара, Йерихоны, уның батшаһын һәм ҡеүәтле яугирҙәрен һинең ҡулыңа тапшырам.
Ләкин Рут: – Яңғыҙыңды ташлап ҡалдырырға өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам, һин ҡайҙа төйәкләнһәң, мин дә шунда төйәкләнәм. Һинең халҡың – минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр.