9 Батша пәйғәмбәргә башлыҡтары менән бергә илле яугир юлланы. Ильяс тау башында ултыра ине. Илле башы уның янына күтәрелеп: – Алла бәндәһе, батша һиңә төшөргә ҡушты, – тип өндәште.
Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәре хатта бығауланып, төрмәләргә ябыла.
Мәсих, имеш, Исраил Батшаһы! Хәҙер күҙ алдыбыҙҙа арҡысаҡтан төшһөн, ана шунда ғына беҙ Уға ышанырбыҙ! – тинеләр. Хатта Уның менән бергә ҡаҙаҡланғандар ҙа Уны мәсхәрә итте.
Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл итеп: – Эй Һин, Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе!
Сәнскәктән таж үреп башына һалдылар, уң ҡулына таяҡ тотторҙолар ҙа алдында тубыҡланып: – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип мыҫҡыллап көлдөләр.
– Эй, Мәсих, пәйғәмбәрлек итеп әйт беҙгә: Һиңә кем һуҡты? – тип Уның яңағына һуҡтылар.
Ошо Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә ултыртҡайны.
Бына һуң Амасъяһ Ғамосҡа: – Эй әүлиә, хәҙер үк бынан Йәһүҙәгә кит, унда пәйғәмбәрлек итеп, тамаҡ туйҙыр.
Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – тине. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – тине Йеһошафат.
Изевел Ильясҡа: «Әгәр ҙә иртәгә ошо ваҡытҡа мин һиңә һин пәйғәмбәрҙәргә эшләгәнде эшләмәһәм, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тигән хәбәр ебәрҙе.
Ахав тороп тамаҡ ялғарға китте, ә Ильяс Кармәл тауы башына менде. Ергә эйелеп, башын тубыҡтары араһына ҡуйҙы.
Аллаң, тере Раббы шаһит: донъяла хакимым батшаның һине эҙләтеп кеше ебәрмәгән бер генә ил, бер генә батшалыҡ та ҡалманы. Был илдәрҙән, халыҡтарҙан: «Ул бында юҡ», тигән яуап килгәндән һуң, батшаларын һинең юҡлығыңа ант иттерҙе.
Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен ҡырған саҡта, Ғовадъяһ йөҙ пәйғәмбәрҙе иллешәрләп-иллешәрләп ике мәмерйәгә йәшерҙе һәм икмәк, һыу менән тәьмин итеп торҙо.
Был хәлде күреп, шәкерттәре Яҡуп менән Яхъя: – Хакимыбыҙ! Күктән ут төшөп, уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме? – тинеләр.
Алла бәндәһе Игдалъяһ улы Ханандың улдарының Раббы йортондағы бүлмәһенә алып килдем. Был бүлмә түрәләр бүлмәһе янында, тупһа һаҡсыһы Мағасеяһ Шаллум улы бүлмәһенең өҫтөндә урынлашҡайны.
Был хаҡта Шаулға еткерҙеләр. Ул бүтән хеҙмәтселәрен ебәрҙе. Тик улары ла пәйғәмбәрлек итергә тотондо. Шаулдың өсөнсө тапҡыр ебәргән кешеләре лә пәйғәмбәрлек итергә кереште.
– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.
Ильясиғин бынан Кармәл тауына йүнәлде, унан Самарияға әйләнеп ҡайтты.
Кармәл тауына барып, Алла бәндәһе янына күтәрелде. Пәйғәмбәр ҡатынды алыҫтан уҡ абайлағайны. Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Ҡара әле, Шунемдан теге ҡатын килә ята, – тип өндәште. –