Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 9:4 - Изге Яҙма

4 хәйлә ҡорорға булды. Улар үҙҙәре менән ашамлыҡ алып юлға сыҡты: ишәктәренә туҙып бөткән тоҡтар һәм иҫкереп, тишелеп, ҡат-ҡат ямалып бөткән шарап турһыҡтары аҫып алды.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 9:4
12 Referencias Cruzadas  

Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.


Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә, шарап турһыҡты йыртыр ҙа, шарап та, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар.


Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.


Шуның һымаҡ, яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмайҙар. Юғиһә, иҫке турһыҡ йыртылыр ҙа, шарап ағып бөтөр, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар. Шул ваҡытта шарап та, турһыҡ та һаҡланып ҡалыр.


Яҡуптың улдары, һеңлеләре Динәне мәсхәрә иткән Шәхәмгә һәм уның атаһы Хаморға хәйлә менән яуап бирҙе.


Ә Ғивғон кешеләре, Йушағтың Йерихо һәм Ғай менән нимә эшләгәнен ишетеп,


Тапалып бөткән, ҡат-ҡат йүнәтелгән ҡата һәм туҙып, теткеләнеп бөткән өҫ кейеме кейҙе. Үҙҙәре менән юлға алған икмәк кибеп, күгәреп бөткәйне.


Бына шарап турһығы. Беҙ уларға шарап тултырғанда, улар өр-яңы ине, ә хәҙер бөтөнләй туҙып бөттө. Оҙаҡ юлдан килә торғас, өҫ һәм аяҡ кейемдәребеҙҙең дә ҡарарлығы ҡалманы.


Бына беҙҙең икмәгебеҙ. Өйҙә, һеҙгә килергә әҙерләнгәндә, беҙҙең юллыҡ икмәгебеҙ йылы ине әле, хәҙер кибеп, күгәреп бөткән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios