4 Һуғышҡа өс мең самаһы кеше юлланды, әммә улар Ғай халҡынан ҡасырға мәжбүр булды.
Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ.
Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.
Тик ғәйептәрегеҙ һеҙҙе Алланан айырҙы; Гонаһтарығыҙ арҡаһында Раббы һеҙҙән йөҙ сөйөрҙө, Тауышығыҙҙы ишетмәҫ булды.
Бер кеше янаһа, мең кеше ҡасыр, Биш кеше янаһа, бөтөнөгөҙ ҡасыр; Ә тере ҡалғандар тау башындағы ҡолға, Түбәләстәге байраҡ һымаҡ яңғыҙ ҡалыр».
Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?
Кире ҡайтып Йушағҡа: – Тотош ғәскәр менән барыуҙың хәжәте юҡ. Ғай ҡалаһын алыр өсөн ике-өс мең кеше етә. Халыҡ унда күп түгел, бөтә ғәскәрҙе арытып йөрөтөүҙең кәрәге юҡ, – тинеләр.