Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 7:2 - Изге Яҙма

2 Йушағ Йерихонан Бейт-Илдең көнсығышында, Бейт-Ауенға яҡын урынлашҡан Ғай ҡалаһына кешеләрен ебәрҙе. – Барығыҙ, был ил хаҡында белешеп ҡайтығыҙ, – тип бойорҙо Йушағ уларға. Тегеләр Ғай ҡалаһын барып тикшерҙеләр.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 7:2
18 Referencias Cruzadas  

Уның төньяҡ сиге Иордан буйынан башлана, төньяҡ битләүҙән Йерихоны уҙа ла көнбайышҡа, тауҙарға күтәрелә, Бейт-Ауен сүленә табан китә.


Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам, Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине. Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға сыҡмағыҙ, Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ.


Раббы был көндө Исраилды ҡотҡарҙы. Һуғыш Бейт-Ауен аръяғына тиклем йәйелде.


Пелештиҙәр Исраилға ҡаршы яуға йыйынды. Улар утыҙ мең яу арбаһы, алты мең һыбайлыһы, диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле күмәк яугирҙәре менән килеп, Михмас эргәһенә Бейт-Ауендың көнсығышында туплам ҡорҙолар.


Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.


Һуғышыңды һәр яҡтан уйлап алып бар, уңыш кәңәшселәр күп урында була.


Маҡсат ҡорғанға тиклем башҡалар менән кәңәшләш, һуғышҡа ла кәңәшләшмәйенсә сыҡма.


Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы.


Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ.


Бинйәмин ырыуы Гевағтан алып Михмаста, Ғаййала, Бейт-Илдә һәм уларҙың эргә-тирәләрендә,


Бына был батшалар: Йерихо батшаһы, Бейт-Ил эргәһендәге Ғай ҡалаһының батшаһы,


Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.


Был урынды ул Бейт-Ил тип атаны, элек ҡала Луз тип аталған булған.


Кире ҡайтып Йушағҡа: – Тотош ғәскәр менән барыуҙың хәжәте юҡ. Ғай ҡалаһын алыр өсөн ике-өс мең кеше етә. Халыҡ унда күп түгел, бөтә ғәскәрҙе арытып йөрөтөүҙең кәрәге юҡ, – тинеләр.


Бейт-Илдәге, Рамоҫ-Негевтағы, Яттир,


Үкһе, Хешбон! Ғай ҡалаһы емерелде! Илағыҙ, эй Рабба ҡыҙҙары, ҡыл туҡымаға уранып, Һыҡтап, диуарҙар араһында йүгерекләгеҙ! Сөнки илаһығыҙ Милком һөргөнгә оҙатыласаҡ, Уның ҡаһиндары һәм түрәләр әсирлеккә алып кителәсәк.


Был алтын башмаҡтарҙың береһен Бейт-Илгә, икенсеһен Данға ҡуйҙырҙы.


Ғайаҫ ҡалаһына еттеләр, Мигронды уҙҙылар, Михмаста йөктәрен бушаттылар;


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios