Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 7:1 - Изге Яҙма

1 Ләкин исраилдар Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәр тураһындағы бойороҡто боҙҙо. Йәһүҙә ырыуынан Зерахтың улы Завдиҙан тыуған Кармиҙың улы Ғахан юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙең бер нисәһен үҙенә алды. Шуның өсөн Раббының исраилдарға ҡарата асыуы ялҡынланды.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 7:1
19 Referencias Cruzadas  

Зерах улы Ғахан гонаһ ҡылып, юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙе алғас, Алла асыуы бөтә Исраил йәмғиәтенә төштө. Уның гонаһы арҡаһында ул бер үҙе генә харап булманы бит!»


Аҡыл һуғыш ҡоралынан яҡшыраҡ. Ләкин гонаһлы бер әҙәм күп яҡшылыҡты юҡҡа сығара ала.


Алла ла был эште хуш күрмәй, шунлыҡтан Ул исраилдарға ҡаза ебәрә.


Һеҙ Раббынан баш тарттығыҙ. Бөгөн һеҙ Раббыға ҡаршы фетнә күтәрҙегеҙ, ә иртәгә Уның асыуы бөтә Исраил йәмғиәтенә төшөр.


– Бөтә Раббы йәмғиәте былай ти: «Ниңә һеҙ Исраил Аллаһына хыянат иттегеҙ? Ниңә Раббығыҙҙан баш тартаһығыҙ? Бөгөн Үҙегеҙгә ҡорбан усағы төҙөп, Раббыға ҡаршы фетнә күтәрәһегеҙ?


Диңгеҙселәр бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, беҙгә кем арҡаһында бәлә килгәнен белер өсөн, йәрәбә һалайыҡ, – тиеште. Йәрәбә һалғайнылар, ул Юнысҡа төштө.


әйттем: – Йә Аллам! Һиңә, Аллам, Һиңә табан йөҙөмдө күтәрергә лә оялам, сөнки баштан аяҡ боҙоҡлоҡҡа күмелгәнбеҙ, ғәйебебеҙ күккә ашҡан.


Улар ата-бабаларының Аллаһы Раббының ҡорамын ташлап, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларға һәм боттарға табынырға тотона. Уларҙың был гонаһы арҡаһында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә Алланың асыуы төшә.


Раббының исраилдарға ҡаршы тағы асыуы ялҡынланды һәм Ул, Дауытты уларға ҡаршы ҡотортоп: – Барып, Исраил менән Йәһүҙә халҡының иҫәбен ал, – тине.


Һин хаҡлыһың, бөйөк Хакимым минең, ә беҙ – Йәһүҙәнең һәм Йәрүсәлимдең, тотош Исраилдың халҡы Һиңә хыянат итеп гонаһ ҡылған өсөн Һин төрлө илдәргә һөргән, яҡын һәм алыҫ араларҙа йәшәгән һәммә кешеләр – оятҡа ҡалдыҡ.


Муса Һарунға һәм уның ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға: – Сәстәрегеҙҙе туҙҙырмағыҙ, кейемегеҙҙе йыртҡыламағыҙ, – тине. – Юҡһа үлерһегеҙ һәм Раббы бөтә йәмғиәткә асыуланыр. Әммә ҡәрҙәштәрегеҙ, бөтә Исраил халҡы, Раббы тарафынан яндырылғандар өсөн йәш түкһен.


Үҙе йәшәгән ҡалҡыулыҡҡа еткәс, Гехази хеҙмәтселәрҙең ҡулынан тоҡтарҙы алды ла өйөнә алып барып йәшерҙе. Нағамандың хеҙмәтселәрен кире ебәрҙе.


Шунан, һуйыш булған урынға кире килеп, Яҡуптың улдары һеңлеләре мәсхәрә ителгән ҡаланы таланы.


Үҙең кеүек үк кешегә – яманлығың; Тәҡүәлегең дә – әҙәм балаларына.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios