2 – Ун ике кеше, һәр ырыуҙан берәр кеше, һайлап алығыҙ.
Ә һеҙ үҙегеҙгә Исраил ырыуҙарынан ун ике кеше – һәр ырыуҙан берәр кеше – һайлап алығыҙ.
Ул, Раббынан «Һинең исемең Исраил булыр» тигән һүҙ алған Яҡуптың ун ике улынан таралған ырыуҙар һанына ярашлы, ун ике таш алды.
Был фекер күңелемә хуш килде. Арағыҙҙан ун ике кеше һайлап алдым – һәр ырыуҙан берәр кеше.
Ер бүлергә һәр ырыуҙан берәр башлыҡты алығыҙ.
Раббы Мусаға былай тине:
Уларға ошонан, Иордан йылғаһының уртаһынан, ҡаһиндар торған ерҙән ун ике таш алырға ҡушығыҙ. Ошо таштарҙы бөгөн төндә ҡуна ҡаласаҡ ергә алып барһындар.