11 Ҡарағыҙ, бөтә ер йөҙөнөң Хужаһының Килешеү һандығы һеҙҙең алдан Иордан йылғаһына инә.
– Былар – күктең бөтә ер йөҙөнөң Хакимының хозурында торған урындан сығып килгән дүрт рухы, – тип яуап бирҙе фәрештә. –
– Былар – бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә.
Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы!
«Тор, Сион-ҡыҙ, ашлыҡ һуғырға тотон, – ти Раббы, – Һине башмаҡ шикелле тимер мөгөҙлө, баҡыр тояҡлы итәм: Бихисап халыҡты иҙеп саң-туҙан итерһең, Уларҙың яумалын Раббыға, Мөлкәтен бөтә ер йөҙөнөң бөйөк Хакимына Бағышлап харам ҡылырһың».
Бөтөн ер йөҙөнөң Хужаһы Раббының һандығын күтәреп барған ҡаһиндарҙың аяҡ табаны Иордан һыуына тейеү менән, йылға икегә айырылыр ҙа үрге яҡтан ағып килгән бөтә һыу туҡтар һәм диуар булып ҡалҡыр.
Раббы иһә бөтә ер йөҙөнөң батшаһы булыр. Ошо көндө тик Раббы ғына булыр, бары Уның исеме берҙән-бер исем булып ҡалыр.
Раббы уларҙы дәһшәткә һалыр, Ер йөҙөндәге бар илаһтарҙы юҡҡа сығарыр. Кешеләрҙең һәр береһе үҙ иленән, Алыҫтарҙа йәшәгән һәр халыҡ үҙ төбәгенән Уға сәждә ҡылыр.
Эй халыҡтар Батшаһы, Һинән ҡурҡмаған берәйһе бармы? Һин быға лайыҡһың. Ҡәүемдәрҙең барса аҡыл эйәләре араһында, Бөтә батшалыҡтарҙа Һиңә оҡшашы юҡ!
Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе. Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала.
Халҡымды бала-саға иҙә, Өҫтөнән ҡатын-ҡыҙ хакимлыҡ итә. Эй халҡым! Юлбашсыларың аҙаштыра, Һеҙҙе юлығыҙҙан яҙлыҡтыра.
Ауыҙынан ут-ялҡын бөркөлә, Көйҙөргөс осҡондар атыла.
Бөгөн иһә бел, Аллаң Раббы ялмап алыусы ялҡын кеүек һинән алда бара. Уларҙы ҡырып-емерәсәк, алдыңа ҡолатып һаласаҡ. Уларҙы ҡыуалаясаҡһың һәм, Раббы һиңә нисек әйткән булһа, тиҙҙән шулай юҡ итәсәкһең.
Лирала уйнап, йырлағыҙ Раббыға, Уны маҡтап мәҙхиә һуҙығыҙ!
Эй Раббыбыҙ, Бөйөклөк тә, ҡөҙрәт тә, шөһрәт тә, Еңеү ҙә, күркәмлек тә Һинеке! Күктәге лә, ерҙәге бар нәмә лә Һинеке! Батшалыҡ Һинеке, Раббы, Һин барыһынан да өҫтөн Хаким!