Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 12:3 - Изге Яҙма

3 Шулай уҡ Ғарава тигеҙлеге – Киннереҫ күленең көнсығыш ярынан Ғарава диңгеҙе – Тоҙло диңгеҙҙең көнсығыш ярына тиклем, Бейт-Йешимоҫҡа һәм көньяҡта Писга тауы итәктәренә тиклемге ерҙәргә йәйелә ине.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 12:3
15 Referencias Cruzadas  

Шулай уҡ мин уларға Ғарава тигеҙлеген бирҙем. Уның сиге – Иордан йылғаһы ине: ул, Киннереҫ күленән башланып, Ғарава диңгеҙенә, йәғни Тоҙло диңгеҙгә тиклем, ә көнсығышта Писга тауы итәгенә тиклем һуҙылған.


Бейт-Пеғор, Писга тауы итәктәре һәм Бейт-Йешимоҫ,


төньяҡта – тауҙарҙа һәм Ғарава тигеҙлегенә, Киннереҫ күленән көньяҡта, Шефелала һәм көнбайышта – Нафоҫ-Дорҙа идара иткән батшаларға сапҡындар ебәрҙе.


һәм Писга тауының итәктәрендә Ғарава диңгеҙенә тиклемге араны, Иордандың көнсығыш ярындағы Ғарава тигеҙлеген үҙ эсенә ала.


Шунан һуң Ғайса Галилея күленең икенсе ярына китте. Был Тибериас күле тип тә атала.


Көнсығыш сигегеҙ – Тоҙло диңгеҙ, Иордан йылғаһы тамағына тиклем. Төньяҡ сик Тоҙло диңгеҙ ҡултығынан – Иордан йылғаһы тамағынан башланып,


Уларҙың көньяҡ сиге Тоҙло диңгеҙҙең көньяҡ осондағы ҡултыҡтан башланып,


йылғаның үрге яғынан ағып килгән һыу алыҫта, Сареҫан эргәһендәге Адам ҡалаһы янында туҡталды һәм диуар булып ҡалҡты. Түбән яҡтағы Ғарава диңгеҙенә, Тоҙло диңгеҙгә, аҡҡан һыу ағып бөттө һәм йылға төбө ҡороп ҡалды. Халыҡ Йерихо ҡалаһы ҡаршыһында йылға аша аръяҡҡа сыҡты.


Бамоҫтан Йешимон сүлендә ҡалҡып торған Писга тауына табан Моав ерендәге үҙәнлеккә юлландылар.


ике ҡаланы ла, уның бөтә тирә-яғын, барлыҡ үҫемлектәре менән, юҡ итте.


Һуңғы биш батша әле Тоҙло диңгеҙ булған Сиддим үҙәнендә көс тупланы.


Бер ваҡыт, Геннисарет күле буйында, Алла һүҙен тыңларға тип йыйылған халыҡ Ғайсаны төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлай башланы.


Бен-Һадад Асаның тәҡдимен тыңланы һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрҙе. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Бейт-Мағаха ҡалаларын, бөтә Киннереҫте, Нафтали ерен баҫып алды.


Моавтың бер сигенән икенсе сигенә тиклем бөтә ҡалаларын, илдең күрке булған Бейт-Йешимоҫ, Бәғел-Меғон, Ҡиръяҫаимдан башлап, һаҡлауһыҙ ҡалдырасаҡмын.


Шефамдан сик Ғайндың көнсығышынан Ривлаға тартылыр, шунан көнсығыштан Киннереҫ күле ярҙарына терәлер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios