Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Йушағ 1:9 - Изге Яҙма

9 Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.

Ver Capítulo Copiar




Йушағ 1:9
33 Referencias Cruzadas  

Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.


Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡанда, аттар, яу арбалары һәм һеҙҙән һан яғынан күпкә артығыраҡ ғәскәр күрһәгеҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән.


Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ; Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ!


Инде иһә, эй Яҡуп, һине яратҡан, Эй Исраил, һине бар ҡылған Раббы былай ти: «Ҡурҡма, сөнки һине йолоп алдым, Һине исемләп саҡырҙым, һин – Минеке!


Ҡурҡма, Мин һинең менән! Тоҡомоңдо көнсығыштан алып килермен, Һеҙҙе көнбайыштан йыйып алырмын.


Шунда Раббы уға табан боролдо ла: – Әйҙә, үҙеңдә булған көсөң менән барып исраилдарҙы мидйәндәр ҡулынан ҡотҡар, Мин һине Үҙем ебәрәм, – тине.


Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ.


Әммә тегеләр: – Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алла һүҙен түгел, һеҙҙең һүҙҙе тыңлаһаҡ, был Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы һуң?


Яныма ырыуҙарығыҙҙың аҡһаҡалдарын һәм етәкселәрен саҡырығыҙ. Был һүҙҙәрҙе уларға телдән әйтермен, шаһит итеп, ер менән күкте саҡырырмын.


Ҡарағыҙ! Аллағыҙ Раббы был ерҙе һеҙгә бирҙе. Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы ҡушҡанса, барығыҙ, уны биләгеҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡыйыу булығыҙ!»


Йушағ халыҡ етәкселәренә бөтә тупламды урап сығырға һәм халыҡҡа: – Юлға ризыҡ әҙерләгеҙ, – тигән бойороҡто еткерергә ҡушты. – Өс көндән беҙ, Иорданды кисеп, Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирергә вәғәҙә иткән илде яулап алырға барабыҙ.


Һәр эштә Мусаны нисек тыңлаһаҡ, һине лә шулай тыңларбыҙ – фәҡәт Раббы, һинең Аллаң, Муса менән бергә булған һымаҡ, һинең менән бергә булһын.


Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма ла, өркмә лә. Бөтә ғәскәрең менән Ғай ҡалаһына һөжүм ит. Мин Ғай батшаһын, уның халҡын, ҡалаһын һәм бөтә илен һинең ҡулыңа тапшырам.


– Уларҙан ҡурҡма, – тине уға Раббы. – Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам. Берәүһе лә һиңә ҡаршы тора алмаҫ.


Әммә һеҙ ныҡ булығыҙ. Беләктәрегеҙ талмаһын, сөнки ҡылған ғәмәлдәрегеҙ әжерһеҙ ҡалмаясаҡ.


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне.


Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе.


Раббы Нун улы Йушағҡа былай тип бойорҙо: – Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин Исраил халҡын Мин уларға бирергә ант иткән ергә алып керәһең. Мин һинең менән бергә буласаҡмын.


Нимә генә ҡушма, үтәрбеҙ, һине тыңламаған һәм бойороғоңа буйһонмаған һәр кем үлемгә дусар булыр. Бары үҙең генә ныҡ һәм ҡыйыу бул!


Раббы Йушағҡа: – Бөгөндән башлап Мин бөтә Исраил халҡы алдында һинең абруйыңды күтәрәм. Улар, Мин Муса менән бергә булған кеүек, һинең менән дә бергә булыуымды аңлар.


Йушағ уларға: – Бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ ҙа, өркмәгеҙ ҙә, ныҡ һәм ҡыйыу булығыҙ. Раббы һеҙҙең барлыҡ дошмандарығыҙ менән, һеҙ ҡаршы һуғышҡандар менән бына шулай итәсәк, – тине.


Ошо билдәләр бойомға ашҡас, нимә теләйһең, шуны эшлә, сөнки Алла һинең менән.


Шунан һуң Дауыт улы Сөләймәнгә былай ти: – Ныҡ бул, ғәйрәтле бул, эшкә тотон! Ҡурҡма, баҙнатһыҙланма, сөнки Раббы Алла, минең Аллам – һинең менән, һин Раббы йорто өсөн кәрәк эштәрҙе эшләп бөткәнсе, Ул һинең менән булыр, һине яңғыҙ ҡалдырмаҫ.


– Был халыҡтың йәшерен эш тигәнен Һеҙ йәшерен һанамағыҙ. Улар ҡурҡҡандан ҡурҡмағыҙ, тетрәнмәгеҙ.


Ул: – Эй Алланың һөйөклөһө, ҡурҡма! Тыныслан! Ҡыйыу бул, ҡыйыу бул! – тине. Ул ошо һүҙҙәрен әйткәндә миңә хәл керҙе. Мин: – Хакимым, һин миңә көс бирҙең, инде һөйлә, – тинем.


Ләкин рухыңды нығыт, Зеруббавел, – ти Раббы, – рухыңды нығыт, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ, рухыңды нығыт, был илдең бар халҡы, – тип белдерә Раббы. – Мин һеҙҙең менән, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шуға ла эшләгеҙ.


Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеү буйынса Рухым – һеҙҙең арала. Ҡурҡмағыҙ!»


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios