3 Мин аяғығыҙ баҫҡан бөтә ерҙәрҙе һеҙгә бирәм – Мусаға Мин шулай вәғәҙәләнем.
Аяғығыҙ баҫҡан һәр ер һеҙҙеке булыр; сиктәрегеҙ сүлдән Ливанға, Евфрат йылғаһынан көнбайыш диңгеҙгә тиклем һуҙылыр.
Шунда Муса ант итеп миңә: «Аяғың баҫҡан ер, Аллам Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булғаның өсөн, мәңгелек биләмә итеп һиңә һәм һинең нәҫел-нәсәбеңә биреләсәк», – тине.
Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә донъя башланғансы уҡ Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.
Сүллектән һәм Ливан тауҙарынан Евфрат тигән бөйөк йылғаға тиклем ерҙәр (хиттиҙәрҙең бөтә илен дә индереп), көнбайыш тарафтан Бөйөк диңгеҙгә тиклем бөтә ерҙәр һеҙҙеке буласаҡ.