Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 9:13 - Изге Яҙма

13 Ә инде пак булған, алыҫ юлда булмаған кеше Ҡотҡарылыу байрамын үткәрмәһә, халҡы араһынан ҡыуылһын, сөнки ул тейешле ваҡытта Раббыға саҙаҡа бирмәне, ул кеше гонаһының язаһын аласаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Ә инде пак булған, алыҫ юлда булмаған кеше Ҡотҡарылыу байрамын үткәрмәһә, халҡы араһынан ҡыуылһын, сөнки ул тейешле ваҡытта Раббыға саҙаҡа бирмәне, ул кеше гонаһының язаһын аласаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Ә инде пак булған, алыҫ юлда булмаған кеше Ҡотҡарылыу байрамын үткәрмәһә, халҡы араһынан ҡыуылһын, сөнки ул тейешле ваҡытта Раббыға саҙаҡа бирмәне, ул кеше гонаһының язаһын аласаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 9:13
24 Referencias Cruzadas  

Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр.


Ә сөннәтләнмәгән ир-егет халҡы араһынан ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был.


былай тине: – Мәйеткә ҡағылып нәжесләндек, тик ниңә беҙҙе бар исраилдар менән бергә үҙ ваҡытында Раббыға саҙаҡа биреүҙән мәхрүм итергә инде?


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


Мәсих тә, бик күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.


шунан һуң хаҡ юлдан ситкә тайпылған кешеләрҙе яңынан тәүбәгә килтереү мөмкин түгел, сөнки улар үҙҙәре Алла Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, халыҡ алдында мәсхәрәләйҙәр.


Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.


Әхлаҡһыҙлығығыҙға күрә яза бирелер, боттарға табынып гонаһ ҡылғанығыҙҙың әжерен алырһығыҙ. Шунда Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ».


Мәйеткә ҡағылған һәр кем, таҙарынмаһа, Раббы торлағын нәжесләр; бындай кеше Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр, сөнки уға таҙарыныу һыуы һирпелмәне, ул нәжес, нәжес килеш ҡалыр.


Шул осраҡта ир язаһыҙ ҡалһын, ә ҡатын ғәйебенең язаһын үҙ иңендә күтәрер.


Инәһе менән ятҡан әҙәм олатаһын хурлай. Улар икеһе лә гонаһтарының язаһын күрер, балаһыҙ үлерҙәр.


Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе ҡан ейһә, Мин был кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан ҡыуасаҡмын.


һәм уны Раббының торлағына, Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббыға ҡорбан итеп килтермәһә, был кеше ҡан ҡойоуҙа ғәйепле тип иҫәпләнә. Ул ҡан ҡойҙо һәм халҡы араһынан ҡыуылыр.


Ҡаһиндар Минең күрһәтмәләремде теүәл үтәһендәр; юғиһә улар, күрһәтмәләремде хурлағандары өсөн гонаһҡа тарып, үлемгә дусар булырҙар. Уларҙы изге иткән Раббы Мин.


Ете көн буйы өйөгөҙҙә әсетке булмаһын, был көндәрҙә әсе икмәк ашаған зат, кем генә булһа ла – килмешәкме ул, әллә ерле кешеме – Исраил йәмғиәтенән ҡыуылыр.


Был йоланы бөтә Исраил йәмғиәте үтәргә тейеш.


Үҙе өсөн ошондай ҡатнашма эшләгән йәки уны бүтәндәргә һөрткән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр».


Еҫен үҙе еҫкәр өсөн бындай ҡатнашма эшләгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


Исраил халҡына белдер: кем Аллаһын ҡарғай, гонаһы өсөн яза аласаҡ.


Нәжесләнгән әҙәм үҙен таҙарындырмаһа, халыҡ араһынан ҡыуылыр, сөнки ул Раббының Изге торлағын нәжесләне. Уға таҙарыныу һыуы теймәгәс, ул нәжес.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios