1 Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
Сатырҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, уны левиҙәр һүтһен; сатырҙы ҡорорға кәрәк булғанда, уны левиҙәр ҡорһон. Әгәр ҙә сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителһен.
Раббы бойороғо буйынса Муса йолом көмөшөн Һарун менән уның улдарына бирҙе.
– Левиҙәр араһынан Ҡыһаҫ тоҡомоноң
Улар Изге торлағымда хеҙмәт итәсәк: ҡорамымдың ҡапҡалары төбөндә һаҡсы булырҙар, ҡорамдағы эштәрҙе башҡарырҙар, халыҡ өсөн тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбан итеп килтерелгән малдарҙы салырҙар, халыҡтың ҡаршыһында тороп, уларға хеҙмәт күрһәтерҙәр.
Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари.
Мин уға ярҙамсы итеп Дан ырыуынан Ахисамах улы Оһолиавты ҡуйҙым һәм бөтә оҫталарға ла таһыл бирҙем. Улар Мин һиңә бойорғандарҙың барыһын да эшләр.