Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 34:2 - Изге Яҙма

2 – Исраилдарға шуны бойор: Ҡәнғән еренә ингәс, унда Мин һеҙгә бирәсәк биләмәләрҙең сиктәре түбәндәгесә булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Исраилдарға шуны бойор: Ҡәнғән еренә ингәс, унда Мин һеҙгә биләмә булараҡ бирәсәк биләмәләрҙең сиктәре түбәндәгесә булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 – Исраилдарға шуны бойор: Ҡәнғән еренә ингәс, унда Мин һеҙгә бирәсәк биләмәләрҙең сиктәре түбәндәгесә булыр.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 34:2
23 Referencias Cruzadas  

Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Баҫтырыусыларын һыуҙар йотто, Береһе лә ҡотола алманы.


Уның саҡырыуы һеҙҙә ниндәй өмөт уятҡанын, изгеләргә Алланың вәғәҙә иткән өлөшө ни тиклем мул һәм данлы булыуын беҙҙә, иман тотоусыларҙа, хәрәкәт итеүсе ҡеүәттең сағыштырғыһыҙ бөйөк икәнен таныуығыҙҙы теләп, Ул йөрәктәрегеҙҙе яҡтыртһын өсөн доға ҡылам. Был иң бөйөк ҡеүәт


Ә Алла беҙҙе, Үҙенеке булғандарҙы, тулыһынса йолоп алғанға тиклем, Изге Рух – Алланың вәғәҙә ителгәнен алырыбыҙға ышаныслы билдә һәм шуның аша Алланың шөһрәтенә маҡтау булыр.


Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул бер әҙәмдән тотош кешелекте барлыҡҡа килтерҙе, барыһына ла ваҡыт һәм йәшәү урындарының сиктәрен билдәләне.


Был ерҙе һәр ырыуға тигеҙ итеп бүлегеҙ. Мин, ҡулымды күтәреп, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткәнгә күрә, был ер һеҙҙең биләмәгеҙ булыр.


«Мин, Раббы, эсемдән генә былай тигәйнем: Ни тиклем һине Үҙ балаларым араһына ултыртырға, Һиңә гүзәл ерҙе – Ҡәүемдәрҙең ғәжәйеп биләмәһен бирергә теләгәйнем. Миңә „Атай“ тиеп өндәшерһең, Минән айырылмаҫһың, тип уйлағайным.


Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла.


Раббы Мусаға былай тине:


Раббы Хаким былай ти: – Бына ошо сиктәр буйынса һеҙ ерҙе, биләмә итеп, Исраилдың ун ике ырыуына бүлерһегеҙ. Йософҡа ике өлөш ер бирелһен.


Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең.


Раббы Мусаға әйткәнсә, Йушағ был ерҙәрҙең барыһын да яулап алды һәм Исраилдың бөтә нәҫел тармаҡтарына биләмәгә бүлеп бирҙе. Ниһайәт, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.


Йушағ ныҡ олоғайҙы. Раббы уға: – Һин бик ҡартайҙың, ә баҫып алаһы ерҙәр күп әле, – тине. –


Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios