Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 28:7 - Изге Яҙма

7 Һәр бәрәс менән бергә, түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ, Раббыға бағышлап Изге урында шарап түгегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Һәр бәрәс менән бергә түкмә ҡорбан булараҡ һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ, Раббыға бағышлап Изге урында шарап түгегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Һәр бәрәс менән бергә, түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ, Раббыға бағышлап Изге урында шарап түгегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 28:7
17 Referencias Cruzadas  

Был тотош яндырыу ҡорбанын Осрашыу сатырына ингән урында, Раббы хозурында, быуындан-быуынға, даими рәүештә килтерегеҙ. Мин унда исраилдар менән осрашырмын, һинең менән һөйләшермен.


Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта тормошом ҡорбан ителһә лә, мин ҡыуанам һәм бөтәгеҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам.


Кем белә, бәлки, һеҙҙе йәлләр ҙә ниәтенән кире ҡайтыр, Артынса бәрәкәт бирер, Ул саҡта Аллағыҙ Раббыға икмәк саҙаҡалары, Түкмә ҡорбандар килтерерһегеҙ.


Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды.


Раббы ҡорамына икмәк саҙаҡаһы ла, Түкмә ҡорбан да килеүҙән туҡтаны. Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – ҡайғыра.


Уйһыуҙағы шыма таштар – һинең өлөшөң, Эйе, улар һинең насибың! Уларға түкмә ҡорбандар бирҙең, Уларға икмәк саҙаҡалары килтерҙең. Шуны күреп, Мин ҡәнәғәт булайыммы?


Көндәлек тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһынан тыш, түкмә ҡорбан менән килтерегеҙ быны. Ҡорбанға килтерелгән малдар кәмселекһеҙ булһын.


Һәр үгеҙ башмаҡ менән бергә – ярты һин, һәр һарыҡ тәкәһе менән бергә һиндың өстән бер өлөшө, һәр бәрәс менән бергә һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан килтерегеҙ. Был – йыл әйләнәһенә һәр айҙың башында килтерелә торған ут ҡорбаны.


түкмә ҡорбан булараҡ, ярты һин шарап килтер. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ.


Түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың өстән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ. Быларҙы Раббыға күркәм хуш еҫ булһын өсөн тәҡдим итегеҙ.


Тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбан итеп килтерелгән һәр һарыҡ бәрәсе менән бергә, түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап алығыҙ.


бәрәс менән бергә икмәк саҙаҡаһы итеп эфаның ундан ике өлөшө күләмендә зәйтүн майына буталған иң яҡшы он килтерегеҙ. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Шулай уҡ, түкмә ҡорбан булараҡ, бер һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап алып килегеҙ.


Был ҡорбан усағында башҡа төрлө хуш еҫ төтәтеү ҙә, тотош яндырыу ҡорбаны ла, икмәк саҙаҡаһы ла, түкмә ҡорбан да башҡармағыҙ.


Беренсе һарыҡ менән бергә, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә ҡул менән һығылған зәйтүн майына бутап, эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон һәм һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан тәҡдим ит.


Был, Синай тауында ғәмәлгә индерелгән даими тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ – ут ҡорбаны.


Иртәнге кеүек, шундай уҡ икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән икенсе бәрәсте кискеһен ҡорбан итеп килтерегеҙ – хуш еҫе Раббыға күркәм ут ҡорбаны ул.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios