11 Ләкин Ҡорахтың улдары үлмәгәйне.
Ҡорах улдары: Ассир, Әлҡана, Авиасаф. Ҡорах нәҫеле шуларҙан таралды.
Асафтың мәҙхиәһе. Аллаларҙың Аллаһы Раббы һүҙ башлай; Ҡояш сығышынан байышына саҡлы Тотош Ер йөҙөнә ауаз һала.
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
Йыр. Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
Йырсылар етәксеһенә: «Ғаламоҫ» көйөнә. Ҡорах улдарының йыры.
Йырсылар етәксеһенә: «Лилиә сәскәләре» көйөнә. Ҡорах улдарының уйланыуҙары. Ғишыҡ йыры.
Эй Алла, хөкөм ҡыл, хаҡлы сығар Был иманһыҙ ҡәүемгә ҡаршы дәғүәмдә. Мәкерле, боҙоҡ бәндәләрҙең ҡулынан ҡотҡар,
Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен.
Бөтә әйберҙәре менән улар тереләй үлеләр донъяһына төштө. Ер ауыҙын япты һәм улар халыҡ араһынан юҡ булды.
Һуңынан Ҡорах менән уның яҡлыларға былай тине: – Кем Уныҡы икәнлеген, кем Үҙенә яҡынайтырлыҡ изге икәнлеген иртәгә Раббы Үҙе күрһәтер. Кемде һайлап алһа, шуға Үҙенә яҡынайырға рөхсәт итер, – тине.
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Халыҡ Ҡорах, Даҫан һәм Авирамдың сатырҙарынан ситкәрәк китте. Даҫан менән Авирам иһә ҡатындары, балалары һәм сабыйҙары менән сатырҙары алдына сығып баҫты.
Ер ауыҙын асты ла уларҙы, ғаиләләрен, Ҡорах яҡлыларҙы һәм бөтә мал-мөлкәтен йотто.
Нәҫелдәренә күрә шимғондар: Немуилдан – Немуил нәҫеле, Яминдан – Ямин нәҫеле, Яхиндан – Яхин нәҫеле,
Рәүвән ырыуынан Әлиавтың улдарына – Даҫан менән Авирамға нимә эшләгәнен күрҙегеҙ. Бөтә Исраилдың күҙе алдында ер убылып, ғаиләләре, сатырҙары, булған бар мөлкәттәре менән уларҙы ер йотто.
Мерайоҫ – Амаръяһтың, Амаръяһ – Ахитувтың,
Ҡореҙың улы, Әвьясафтың ейәне, Ҡорахтың бүләһе булған Шаллум һәм уның ағай-энеһе, ҡорахтар, үҙҙәренең вазифаһы буйынса Осрашыу сатыры тупһаһын һаҡлай. Әүәл уларҙың ата-бабалары Раббы тупламына инә торған урынды һаҡлап торған булған.