Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Иҫәп алыу 25:1 - Изге Яҙма

1 Шиттимдә йәшәгәндә исраилдар Моав ҡыҙҙары менән бутала башланы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Шиттимда йәшәгәндә исраилдар Моав ҡыҙҙары менән бутала башланы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Шиттимдә йәшәгәндә исраилдар Моав ҡыҙҙары менән бутала башланы.

Ver Capítulo Copiar




Иҫәп алыу 25:1
22 Referencias Cruzadas  

Бәғзе берәүҙәр кеүек фәхешлек итмәйек – бер көн эсендә уларҙың егерме өс меңе һәләк булды.


Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.


Улар Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Бейт-Йешимоҫтан Авел-Шиттимгә тиклем арала туҡталды.


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Билғам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Балаҡты исраилдарҙы гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


Халҡым Минең, иҫеңә төшөр, Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен, Беғор улы Билғамдың яуаптарын, Шиттимдән Гилгалғаса булғандарҙы Хәтергә ал, шунда аңларһың Раббының һиңә күпме яҡшылыҡ күрһәткәнен».


Иртә таңдан Йушағ менән барлыҡ исраилдар Шиттимдән сығып Иордан буйына еттеләр. Бында улар, йылға аша сыҡмайынса, ҡуна ҡалды.


Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә.


Шуға күрә ул ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ. Улар үҙ илаһтары менән зина ҡылып, ҡорбан килтергән ваҡытта һеҙҙе лә саҡырыр, һеҙ ҙә уларҙың ҡорбан итен ашарһығыҙ.


– Мидйәндәр менән дошманлашығыҙ, ҡырығыҙ!


– Исраилдар өсөн Мидйән халҡынан үс ал. Һуңынан ата-бабаларың менән ҡауышасаҡһың.


Беҙ Бейт-Пеғор ҡаршыһындағы үҙәндә туҡталдыҡ.


Раббының Бәғел-Пеғор тауында нимәләр эшләгәнен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Аллағыҙ Раббы Пеғорҙағы Бәғелгә табынған һәр кемде арағыҙҙан юҡ итте.


Ҡорбандарығыҙҙың майын ейгән, Түкмә ҡорбандарығыҙҙы эскән Илаһтарығыҙ ҡайҙа һуң? Тороп ярҙамға килһендәр, Һеҙҙең ышығығыҙ булһындар.


Һеҙгә Пеғорҙа ҡылған гонаһыбыҙ аҙмы? Беҙ әле булһа шул гонаһтарҙан таҙарына алмайбыҙ, шуның өсөн бөтә Раббы йәмғиәтенә бәлә-ҡаза килде бит.


Шулай уҡ Моавта, Ғаммонда, Эдомда һәм башҡа илдәрҙә булған йәһүҙиҙәр Бабил батшаһы халыҡтың бер өлөшөн илдә ҡалдырғаны һәм Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһты уларға идарасы итеп ҡуйғаны тураһында ишетте.


Әммә балалары ла Миңә ҡаршы баш күтәрҙе: уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәне, шәмбе көндәремде һанламаны. Шунда Мин сүлдә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.


«Сүлдә йөҙөм ҡыуағы тапҡандай, Мин Исраилды таптым, Мин ата-бабаларығыҙҙы Емеше иртә өлгөргән инжир ағасылай күрҙем. Улар иһә Бәғел-Пеғорға килде, Күңелдәрен ерәнгес ботҡа бағышланы; Үҙҙәре лә яратҡан боттары һымаҡ Ҡәбәхәт хәлендә ҡалды.


Хайуан менән енси мөнәсәбәткә кергән һәр кеше үлемгә дусар ителһен.


тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс;


Фәхешсе ирҙәрҙең Раббы ҡорамы биләмәһендә урынлашҡан торлаҡтарын емерҙе. Ҡатындар унда Ашера өсөн япмалар туҡый торғайны.


Хәсрәт эсенән улар Раббыға ялбарҙылар; Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios